Ауырғазы район үҙәгендә өсөнсө завод оҙайлы туҡталыштан һуң тәүге продукцияһын сығарҙы. Керамика технологиялары йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Республика башлығының Ауырғазыға эш сәфәре тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында асылған был кирбес заводында элек бар эште ҡулдан эшләргә тура килһә, бөгөн етештереү ярым автоматлаштырылған, кирбестең үлсәме менән сифатын оператор күҙәтеп көйләй. Формовка цехындағы өр яңы ҡорамалдар 2022 йылда, заводты модернизациялау инвестпроекты буйынса һатып алынған. Йыһаздар балсыҡ ҡабул итеү һәм әҙерләү цехтарында ла яңыртылған, ә яғыу цехында ремонт яһалған. Радий Хәбиров предприятиеның үҫеш йүнәлештәре менән ҡыҙыҡһынды. Яңыртып ҡороу милексе алыштырыу һәм 220 миллион һум күләмендәге инвестициялар иҫәбенә башҡарылған. Сеймал мәсьәләһе киҫкен түгел. Төбәк төҙөлөш материалдарына бай.Керамика технологиялары заводы райондың йәшәйеш предприятиелары исемлегендә. Әлегә 70 кеше эшләгән завод киләсәктә етештереү күләмдәрен дә, хеҙмәт урындарын дә, эш ваҡытын да арттырырға ниәтләй. Райондың инвестиция йәлеп итер тармактарын мәҙәниәт йорто алдындағы күргәҙмә асык тасуирлай. Йүнселдәргә кинәнеп эшләр йүнәлештәр халыҡ кәсептәре өлкәһендә киң. Улар төбәктең тәбиғи сығанаҡтарына нигеҙләнгән.Тәбиғи ҡом -балсыҡҡа бай ауырғазы ерендә был сеймалдан төҙөлөш материалын ғына етештермәйҙәр, нәфис сәнғәт өлгөләрен дә яһайҙар. Талбазыла тиҫтә йылға яҡын “Керач” оҫтаханаһы уңышлы эшләй.Үҙенсәлекле балсыҡ һындар Талбазынан күпкә алыҫ төбәктәрҙә лә танылыу алған. Тик өс оҫта ҡулдары яһаған әйберҙәргә заказ артыу менән хеҙмәткәрҙәр штатын киңәйтеү мәсьәләһе тыуа.Мөкиббән рәссам эш өлгөләрен күргәҙмәгә сығарып ҡына сикләнмәй, оҫтахана эргәһендә музей ҙа асҡан. Боронғолар тарихына тоғролоҡ һаҡлап. Республика башлығы үҙенсәлекле музей-оҫтахананы Башҡортостандың сәйәхәттәр маршрутына индерергә тәҡдим итте. Хәтирәләр китабына кәрәсин лампаһы яҡтыһында ҡара менән иҫтәлекле яҙыу ҡалдырып Радий Хәбиров бала сағын иҫкә төшөрҙө.Радий Хәбиров Ауырғазы районының төркөм һыуүткәргесен яңыртып ҡороу барышын да ҡараны. Бөгөнгә был ҡоролма Ауырғазы һәм Ғафури райондарының 20 ауылын хеҙмәтләндерә. 45 йыл элек төҙөлгән һыуүткәргестең насос станциялары 2011 йылда яңыртылһа, 2022 йылда реконструкция проектын тамамлауға 417 миллион һум бүленгән. Әле бында төҙөлөш-монтаж эштәре бара. Районды техник һәм эсәр һыу менән тәьмин итер өсөн ер аҫты һыуҙарын эҙләү талап ителә. Радий Хәбиров сифатлы эсәр һыу мәсьәләһе ауылдарҙың социаль үҫешендә өҫтөн йүнәлеш, тип белдерҙе. Район биләмәһендә яңыртып ҡороуҙы талап иткән тағы ла бер объект — юридик институттың ҡала аръяғы базаһы. Уҡыу йорто уны оҙаҡ йылдар ҡулланмай. Бөгөн лагер урынында “Патриот” паркының йәштәргә илһөйәрлек рухында тәрбиә һәм башланғыс хәрби әҙерлек биреү буйынса “Авангард” уҡыу-методика үҙәге филиалын төҙөү тәҡдим ителә. Майҙандар етерлек, биналар ҙа бар. Дәүләт ярҙамына Талбазы ауыл китапханаһы ла мохтаж. Майҙа бында физик мөмкинлеге сикле балаларҙға китап терапияһы үҙәге асылған. “Китап Докторы” тигән үҙенсәлекле проект Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яулап 500 мең һумлыҡ грант отҡан. Йәнә ярты миллионлыҡ грантҡа китапхана президент гранттары конкурсында еңеп лайыҡ булған. Радий Хәбиров балалар түңәрәктәре эше менән танышып, ата-әсә менән аралашты. Китапхана бүлмәләренә талап ителгән ремонт үткәреүгә етерлек саралар бүлеү тураһында йөкләмә бирергә вәғәҙә итте. Ауырғазы районынан эш сәфәре барышында республика етәксеһе “Тере ауыл” юл буйы сауҙа сервис үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышып хакимиәт башлыҡтарының төбәк семинары эшендә ҡатнашты.
Талбазы үҙенең кирбес башҡалаһы тигән данын ҡайтарырға ниәтләй
Талбазы үҙенең кирбес башҡалаһы тигән данын ҡайтарырға ниәтләй