Илебеҙ тыныслығы һағында тороусыларға ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Өфөлә бер төркөм ирекмәндәр егеттәребеҙгә киптерелгән аштар әҙерләп ебәрә. Борщ, рассольник, борсаҡ, туҡмас ашы. Өйҙә бешерелгән аштарҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.Борсаҡ, кишер, картуф, тәм өсөн йәшел үлән һәм ит. Ҡәҙимге борсаҡ ашынан бер генә айырма — һәр ингриедиент айырым киптерелә. Борсаҡ ашынан тыш борщ, рассольник, туҡмас һалып бешерелгәне. Ошо бөтә аштарҙы Өфө ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн әҙерләй. Башҡорт аштары төркөмө йыл башында ойошторола. Башта эште Резеда Барисевич бер үҙе генә башлап ебәрә. Хәҙер яугирҙарға аштар әҙерләүсе ирекмән ҡатын ҡыҙҙар һаны өс тиҫтәнән ашҡан. Ярты йыл эсендә генә 200-ҙән ашыу посылка махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған. Өфө ҡыҙҙары аштарға ит, йәшелсәләрҙе айырым бешереп киптерә. Һәр ингредиент айырым ҡаптарға тулрылып вакуумлаштырыла. Бер ҡап киптерелгән аш уртаса 5 һалдат өсөн тәғәйен. Өйҙә бешерелгәненән бер нимәһе менән дә айырылмай. Уны әҙерләр өсөн ҡайнар һыу ҡойоу ғына етә. Киптерелгән аштарҙан тыш ҡатын-ҡыҙҙар туҡлыҡлы бутҡа, оҙаҡ асыҡтырмай торған витаминлы батончиктар, махсус эшләнгән баскотти печеньеһы әҙерләй. Ассортимент даими тулыланып тора.Эш ҡатмарлы һәм күп ваҡцыт талап итә. Шуға ла ирекмән ҡатын –ҡыҙҙар битараф булмаған һәр кемде изге эштә ҡатнашырға саҡыра.
Яугирҙарға киптерелгән аштар
Яугирҙарға киптерелгән аштар