Күренекле пианист Денис Мацуев Өфөгә тәүге тапҡыр ҙур фестиваль менән килә

Күренекле пианист Денис Мацуев Өфөгә тәүге тапҡыр ҙур фестиваль менән килә

26-29 майҙа “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында артистың һәм фестиваль программаһына ингән сағыу 15 музыканттың сығышы көтөлә. Был турала кисә Рәсәй медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Республиканың Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллин һөйләне.Денис Мацуев фестивале бөтә Рәсәй буйлап бара. Илдең 20-енән ашыу ҡалаһында 80-ләп концерт ҡуйыла. Уларҙа 500-ҙән ашыу музыкант ҡатнаша. Өфөлә үткән концерттарҙа Рәсәйҙең танылған йәш һәм тәжрибәле артистары менән бергә Милли симфоник оркестр сығыш яһай. Фестиваль быйыл бөйөк композитор Сергей Рахманиновтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнала һәм концерт программалары башлыса уның әҫәрҙәренән тора. Тәүге өс көндә Денис Мацуев үҙе сығыш яһай . Уның башҡарыуында тамашасылар классиканан алып джазға тиклем төрлө көйҙәрҙе ишетә ала. Концерттарҙан буш ваҡытта пианист төбәктең һәләтәле йәш музыканттары менән осраша. Ә уның дуҫы Владимир Специвцев төбәктең рояль көйләүселәренә оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә. Уҡыусылар менән дә тәжрибә уртаҡлашыу көтөлә: Мәскәү белгестәре – Үҙәк музыка мәктәбе һәм консерватория уҡытыусылары төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған һайлап алынған балаларға оҫталыҡ серҙәрен аса.