Башҡортостан Берҙәм тауыш биреү көнөнә тулыһынса әҙер.
Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы берҙәм тауыш биреү көнөн киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу өсөн 350 таныҡлыҡ биргән. 18 сентябрь йәмәғәт матбуғат үҙәге лә эшләйәсәк. Хәбәрселәр өсөн сәғәт һайын брифингтар ойоштороласаҡ. Һайлауҙа күпме кеше тауыш биреүе тураһында иң һуңғы мәғлүмәттәрҙе Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре видеоконференция режимында хәбәр итеп торасаҡ.