100 йыллыҡҡа йөҙ объект

Тулыраҡ: 100 йыллыҡҡа йөҙ объект

Бөгөн республика хөкүмәтендә Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләү һәм уға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының беренсе кәңәшмәһе үтте. Унда төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов бурыстар һәм маҡсаттар билдәләне. Тәү сиратта был датаны юғары кимәлдә һәм лайыҡлы уҙғарырға ҡушылды. Башҡортостан етәксеһе башланғысы менән юбилейға 100 объект проекты тормошҡа ашырыла башланы. Әле исемлеккә 140 объект ингән, уларҙы сафҡа индереү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан 23 миллиард 800 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Программала мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь, юл һәм һыу хужалығы, спорт учреждениелары бар. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был объекттар оҙаҡ йылдар халыҡ өсөн хеҙмәт итергә тейеш.