Кемгәлер ял ваҡыты килһә, беҙҙең өсөн ҡыҙыу эш мәле етте

Кемгәлер ял ваҡыты килһә, беҙҙең өсөн ҡыҙыу эш мәле етте

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо аҙнала башланыр йәй миҙгелендә көнүҙәк бурыстарҙы билдәләне. Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева.Оператив кәңәшмәлә был юлы ҡәҙимге хәлдәргә байҡау булманы. Аҙна күләмле ваҡиғаларға бай. Уларҙың географияһы ла киң, ҡатнашыусылар иҫәбе лә ҙур, төбәк үҫеше өсөн йомғаҡтары ла һөҙөмтәле. “Урал Аръяғы” инвестһабантуйы туғыҙ төрлө сит ил, Рәсәйҙең 14 төбәгенән килгән өс мең ярым кешене берләштергән. Инвестициялар күләме күрһәткесе 141 процентҡа еткән. Башҡортосан менән хеҙмәттәшлек тураһында өс тиҫтәнән ашыу килешеү төҙөлгән.Бер үк ваҡытта тигәндәй, Өфөнөң Совет майҙаны китап һөйөүсе – яҙыусылар, уҡыусылар, нәшриәтселәр һәм һатыусылар — йыйынына әүерелде. Башҡортостан яҙыусылар берлегенең Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороу тураһындағы тәҡдимен Радий Хәбиров хупланы. Хәҙер бындай осрашыуҙар йыл һайын үтәсәк.Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, “Китап-байрам”ға өс көндә 162 мең ярым кеше килгән. Йәрминкәлә 52 меңдән ашыу дана китап һатылған. Сарала Рәсәйҙең 16 һәм алты сит илдән китап нәшер итеүсе, баҫтырыусы һәм һатыусы 206 ойошма ҡатнашҡан., Башҡортостан Башлығы “Китап-байрам” йомғаҡтарынан сығып Өфөлә быйыл көҙ йәнә бер күләмле йәрминкә ойошторорға тәҡдим итә. Республика сентябрь урталарына Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумына әҙерлек башлай. Уны ла йыл һайын үткәреү тәҡдиме ҡарала.Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров республикала “Башҡортостан” ирекмән полкын формалаштырыу дауам итә, тип белдерҙе. 25 майҙа Рәсәй Геройы Мксим Серафимов исемендәгн “Патриот” паркы биләмәһендә буласаҡ полктың Сергей Зорин исемендәге танк батальонын һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһы үтте. Бөгөн иң мөһим мәсьәлә һауа торошо шарттарына бәйле. Көндәрҙең ғәҙәттән тыш эҫе тороуын иҫәпкә алып Радий Хәбиров төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына янғын иҫкәртеү сараларын күрергә ҡушты.