Яҙғы ҡыр эштәре тамамланыуға арналған байрам үткән ял көндәрендә 3 районда уҙҙы. Әбйәлилдә ул 5-се бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция форумы сиктәрендә үтте һәм юғары ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың борондан килгән матур байрамына тамаша ҡылды. Тәүге һабантуйға Республика Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов яҙмаһы.Йыуасаһы менән дан тотҡан Әбйәлил еренә килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ был ризыҡтан ауыҙ иттереү йолаһы бар. Уңған хужабикәләр тәмле икмәкте бешереү серҙәре менән дә уртаҡлаша.Ғәҙәттә район һабантуйҙарында һәр ауыл биләмәһе үҙ тирмәһен ҡорһа, Айғырбатҡан яланы был юлы 13 райондан милли ихаталарҙы һыйҙырҙы. Улар һәр береһе “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйынан килгән юғары ҡунаҡтарҙы, шул иҫәптән сит ил вәкилдәрен үҙ яғы менән таныштырҙы. Милли кәсептәр менән байытылған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һынландырған, төрлө күргәҙмәләрҙән торған тирмәләрҙән халыҡ өҙөлмәне.Быйылғы һабантуйҙа хәрби берләшмәнең дә айырым тирмәһе ҡоролғайны. Махсус операцияла башын һалған Әбйәлил ететтәре стенды булдырылған. Радий Хәбиров батырҙарҙың яҡындары менән аралашты.Һабантуйҙы асып ебәргән театрлаштырылған тамаша 112-се башҡорт атлы дивизия яугирҙәре батырлығына һәм Әбйәлил еренең данлы улы – Таһир Күсимовҡа арналды. Һабантуйҙың төп ҡунаҡтары, әлбиттә, ауыл эшсәндәре. Иген, йәшелсәһен үҫтергән, мал көткән, продукция эшкәрткән ер кешеһе. Ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү. Милли уйындарҙан тыш һабантуйҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Улар менән бер рәттән донъялағы спорт төрҙәренә лә урын табыла бөгөнгө һабантуйҙарҙа.Яҡшы кәйеф, матур тамаша, йылы осрашыуҙар көтөп килгән һөр ҡунаҡ күңеленә хуш килгәнен таба.Әбйәлил һабантуйы республикалағы бөтә муниципалитеттарҙа ла үтәсәк һабан байрамдарына старт биреп ебәрҙе. Был аҙнала 14 районда ауыл эшсәндәрен тәбриләһәләр. Һабантуйҙарҙың күпселеге байрам алды ял көнөнә тура килә. 10 июнь ярты республикала байрамдар гөрләй. Тулы исемлек менән хөкүмәт сайтында танышырға мөмкин.Махсус операция шарттарында ла ер кешеһен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Радий Хәбиров Һабантуйҙар уҙғарыуға бәйле үҙ фекерен дә әйтте.Һабантуйҙар – сәсеү эштәрен йомғаҡлай. Әммә ауыл эшсәндәре алдында тағы ла яуаплы осор, мал аҙығы туплау, ураҡҡа әҙерләнеү. Илдә тыныслыҡ булһа – өйрәнгән эште намыҫлы башҡарырбыҙ ти улар.
Башҡортостанда һабантуйҙар башланды
Башҡортостанда һабантуйҙар башланды