Депутаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын тикшерә

Депутаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын тикшерә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын тикшерә. Транспорт һалымы тураһындағы үҙгәрештәргә ярашлы, хәрбиҙәр үҙҙәре, йәки уларҙың ғаилә ағзалары – тормош иптәше, йәки ата-әсәһе ағымдағы йылда транспорт һалымын түләүҙән азат ителелеүе ихтимал. Шулай уҡ, уларҙы түләүһеҙ юридик ярҙамға хоҡуғы булған граждандар исемлегенә индерергә тәҡдим ителә. Закон проекттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын дәүләт яҡлауының өҫтәмә саралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.