Өфөлә “Денис Мацуев тәҡдим итә

Өфөлә “Денис Мацуев тәҡдим итә

Быуындар диалогы” музыкаль фестивале үтте. Музыка донъяһында оло әһәмиәткә эйә сараны республикабыҙ беренсегә ҡабул итте. Башҡортостан дәүләт залында Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән бергә билдәле солистар һәм йәш музыканттар сығыш яһаны. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә Иветта Воронова исемендәге “Яңы исемдәр” хәйриә фонды йәш таланттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурс тыңлауҙарын үткәрҙе. Тулыраҡ сираттағы видеояҙмала. Башҡортостан концерт залы сәхнәһендә ун ике йәшлек Лев Бакиров. Егеттең сығышын бөтә зал тын да алмай тыңлай. Пианинола уйнауы танылған метрҙарҙың сығышынан ҡалышмай. Халыҡ-ара конкурстар, шул иҫәптән “Зәңгәр ҡош” проекты еңеүсеһе, Рәсәй милли оркестрының һайлап алыу финалисы ҡасандыр етди һайлау алдында торған.Денис Мацуевтың дүрт көнлөк музыка фестивале бер сәхнәлә өмөтлө йәш башҡарыусыларҙан алып танылған солистарға тиклем төрлө быуын артистарын берләштерҙе. Фестиваль быйыл бөйөк композитор Сергей Рахманиновтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнала, шуға ла концерт программалары, башлыса, уның әҫәрҙәренән тупланған. Фестивалдең беренсе көнөндә Денис Мацуев Башҡортостандың дәүләт оркестры менән сығыш яһаны. Программа бай һәм тулы йөкмәткеле. Денис Мацуев классиканан алып джасға тиклем төрлө программалар менән соло уйнаны. Танылған пианист –виртуоз менән Башкортстан Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллин да сығыш яһаны. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә Иветта Воронова исемендәге “Яңы исемдәр” хәйриә фонды йәш таланттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм конкурс тыңлауҙарын үткәрҙе. Мәскәү белгестәре – Үҙәк музыка мәктәбе һәм консерватория уҡытыусылары төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған һайлап алынған балаларға оҫталыҡ серҙәрен асты.Оҫталыҡ дәрестәре скрипка, фортепиано һәм флейтала уйнау буйынса ойошторолдо. Икенсе көнөнә республиканың иң һәләтле уҡыусылары өсөн конкур тыңлауҙары үткәрелде. Алдан һайлау үткән 30-ға яҡын йәш музыкант үҙ көстәрен танылған метрҙар алдында һынап ҡараны. Иң-иңдәр араһынан 5 еңеүсе бала һайлап алынды. Улар «Яңы исемдәр» хәйриә фонды тарафынан ойошторолған стипендия таныҡлығы һәм Суздаль ҡалаһындағы халыҡ-ара йәйге ижади мәктәпкә юллама менән бүләкләнде. Денис Мацуев тәҡдим итә. Быуындар диалогы музыкаль фестивале республикабыҙҙа беренсегә уҙҙы. Бындай ҙур күләмле мәҙәни саралар музыка сәнғәтенә ғашиҡ булған төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе, ҡала һәм республика халҡына оло бүләк булды, ти ойоштороусылар.