Башҡортостандың Юғары суды рәйесе менән таныштырҙылар

Башҡортостандың Юғары суды рәйесе менән таныштырҙылар

Был вазифаға Рәил Шәйҙуллин тәғәйенләнде. Танытманы тапшырыу тантанаһында Рәсәй юғары суды вәкилдәре, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Шәйҙуллин Рәил Рәшит улы Татарстанда тыуған. 1998 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын авиапредприятиела юрист булып башлай. Төрлө йылдарҙа Ҡазанда прокурор ярҙамсыһы, өлкән тәфтишсе, судья, суд рәйесе урынбаҫары, суд рәйесе, Һамарҙа кассация судьяһы, рәйесе булып эшләй. Рәсәй Президенты Указы менән 2023 йылдың 10 майында Башҡортостан юғары суды рәйесе итеп билдәләнә. Вәкәләттәре 6 йылға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров Рәил Шәйҙуллинға эшендә уңыштар теләне.