Ил президентының махсус хәрби операция ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеү Фондын ойоштороу тураһындағы йөкләмәһенә ярашлы, Өфөлә Дәүләт фондының төбәк бүлексәһе эш башланы. Ентекләберәк хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажында.Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон сафтарында хеҙмәт иткән Руслан Ғирфанов үткән йылдың сентябрендә ҡаты яраланып Өфөгә ҡайтырға мәжбүр булған. Һаулығын тергеҙеүгә бәйле мәсьәләләр тиҙ һәм ыңғай хәл ителә, ти ветеран. Ветерандарға булышлыҡ итеүсе дәүләт фондын көнүҙәк ҡарар, тип баһалай. Ниндәй төрлө ярҙам талап ителә – шул һорау менән хәҙер бер урынға ғына мөрәжәғәт итеү етә. Махсус хәрби операция ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе Өфөлә 1 июндән рәсми эшмәкәрлеген башлай. Яңы учреждениены асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү дәүләт сәйәсәтенең эҙмә-эҙлекле һәм өҫтөн йүнәлеше. Үҙәк берҙәм тәҙрә тәртибендә эшләй, хеҙмәткәрҙәр һәр ветерандың шәхсән мохтажлығын иҫәпкә алып мөрәжәғәт ҡабул итә һәм һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, социаль фонд кеүек ғәмәлдәге ведомстволар ҡарамағына йүнәлтә. Координатор вазифаһын үтәүсе 40 кеше махсус әҙерлек үткән, йыл аҙағына уларҙың һанын 180-гә еткереү көтөлә. Белгестәрҙәң һөнәри әҙерлек кенә түгел, миһырбанлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ сифаттары ла талап ителә.Фонд бүлексәһе белгестәре социаль ярҙам эшмәкәрлеген ҡала-райондарҙа көйләй. Өфөләге филиал Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Бында ярҙам төрҙәре исемлеге лә, ҡабул итеү бүлмәләре лә, белгес белешмәләре лә ҡаралған. Үҙәктә балалар мөйөшө лә йыһазландырылған. Әсәләр төрлө мәсьәлә буйынса белешмә алғансы педагог-психологтар балаларҙы китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә, уйын уйнарға саҡыра. Фонд бүлексәһе аша ветеран һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына үҙ яғынан һөнәри ярҙамды республиканың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә тәҡдим итә. Медицина ярҙамына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү, инвалидтарҙы реабилитация саралары һәм протездар менән тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бүлексә республика һаулыҡ һаҡлау ойошмалары менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Фонд шулай уҡ ветерандарға яңы һөнәри белем үҙләштерергә, мохтаждарҙы эшкә урынлаштырырға ла булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Белгес ярҙамына төрлө хәрби хәрәкәт ветерандары, шулай уҡ Донецк һәм Луганск хәрби көстәре составында хеҙмәт иткәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ла иҫәп тота ала. Өфө бүлексәһе Ватан яугирҙәре ғаиләләренең республика комитеты, һалдат әсәләре һәм ҡатындары ойошмалары менән бәйләнеш тота. Дәүләт фондының төбәк бүлексәһе йәмәғәт проекттарын бойомға ашырыуҙы ла үҙ иңенә ала.
Ватан "һаҡсыларын" социаль яҡлау
Ватан "һаҡсыларын" социаль яҡлау