Балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асырға әҙер

Балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асырға әҙер

Быйыл республика биләмәһендә ҡараған 1600-ҙән ашыу һауыҡтырыу һәм ял лагеры эшләйәсәк. Улар йәй дауамында 500 мең балаға онотолмаҫ ял бүләк итәсәк. Әлеге ваҡытта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова сюжетында Йәйғор балалар һауыҡтырыу лагерында оло байрамға әҙерләнәләр. Түҙемһеҙлек менән көткән ял миҙгелен был лагерь хеҙмәткәрҙәре ысынлап та, байрам тип ҡабул итә. Йәйғорҙоң етәксеһе Радмир Буранғоловтың бала сағы ошо лагерҙа үткән, шуға ла был эште ул бар күңелен һалып башҡара. Балаларға һаулыҡтарын нығытып, һәләттәрен асып, онотолмаҫ ял ойоштороуҙың бөтә серҙәрен дә ул яҡшы белә. Әҙерлек юғары кимәлдә бара. Балалар менән эш иткәндә башҡаса булмай, яуаплылыҡ бермә-бер арта, ти Радмир Рафаил улы. Төп эштәр күптән үтәлгән. Лагерь хеҙмәткәрҙәре һәр бүлмәне һәм тотош биләмәне йәйғор төҫтәренә сорнаған. Бала бөтә күңеле менән ял итһен өсөн апайҙар бында күп тырышлыҡ һала. Йәйғор лагеры балаларҙы ҡабул итергә әҙер, тиһәк хата түгел. Йыл дауамында бөтә корпустарҙа ремонт башҡарылған, бүлмәләр буятылған, шкаф, карауаттар, йоҡо кәрәк-яраҡтары, аш-һыу бүлмәһендә өҫтәлдәр тулыһынса яңыртылған. Шулай ҙа төп иғтибар балалар хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән. Биләмә кәртәләнгән, видеокамералар ҡуйылған, һаҡлау системаһы ла етди эшләй. Йәй дауамында медпункта табип һәм уның ярҙамсыһы эшләйәсәк. Кәрәкле медикаменттар ҙа алынып ҡуйылған.Лагерь хеҙмәткәрҙәре ябыҡ режимда вахта алымы менән эшләйәсәк. Быйылғы талаптар буйынса ата-әсәләр шәмбеһе лә булмай. Дөйөм ял миҙгеле 4 сменаға бүленгән, һәр-береһендә 130 бала ял итәсәк. Сменалар киләсәк быуынға илһөйәрлек рухында ойоштороласаҡ. Республика лагерҙары төрлө йүнәлештә эшләйәсәк. Әммә хәрби патриотик тема һәр ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһы программаһына индерелгән. Өфөнөң Нур балалар һауыҡтырыу лагеры ла үҙ сменаһын ҡаһарманлыҡ, батырдыҡ рухында үткәрергә ниәтләй. “Нур” балалар һауыҡтырыу лагеры ла әҙерлек эштәрен тамамлау юлында. Биналарҙа косметик ремонт эшләнгән, биләмәлә хатта яңы асфальт түшәлгән. Вожатыйҙар ҙа эшкә тотонорға әҙер. Хаҡтарға килгәндә быйыл кешбек ситемаһы эшләмәй. Юллама хаҡы буйынса ташламалар ҡаралған. Ата-әсәләр юлламаның бер өлөшөн генә түләйәсәк, ҡалғанын ләүләт үҙ өҫтөнә ала.Әлеге көндә республика биләмәләрендә һауыҡтыыу лөлкәһенә ҡараған 1600-ҙән ашыу учреждение иҫәпләнә. Улар йәй даумында 500 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙер.