Үҙе булмаһа ла, уның тауышы әле лә яңғырай һәм мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә һаҡлана. Өфөлә Башҡортостандың алтын тауышы, легендар дикторыбыҙ Әхәт Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды. Уның иҫтәлегенә арнап уҙғарылған тантанаға Әхәт Мотаһар улының яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары йыйылғайны. 30 йылдан ашыу ошо ҡабатланмаҫ мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын хәйерле иртәләр теләп уятты. Легендар дикторыбыҙ һәр йорттоң һәм ғаиләнең яҡын ағзаһы ине. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.Уны иҫкә алырға туғандары, ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Әхәт Мортазин менән яҡындан аралашҡан кешеләр, уны легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, итәғәтле, ярҙамсыл, оло йөрәкле, изге күңелле кеше тип хәтерләй. Әхәт Мотаһар улы 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу алған диктор вазифаһына тиклем күтәрелгән.Әхәт Мотаһар улы күптәргә радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы булараҡ таныш. Ә уның яҡындары легендар дикторҙы йәш ваҡытынан спорт менән шөғөлләннеүен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуын хәтерләй.Йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында Әхәт Мотаһар улы үҙ командаһының алыштырғыһыҙ командиры булған. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә. Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары араһында 2019 йылдан ойошторола. Ә уның тыуған төйәге Учалы районында иһә уҡыусылар араһында “Диктор тауышы” республика асыҡ конкурсы уҙғарыла.
Тауышы мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә һаҡлана
Тауышы мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә һаҡлана