“Өфө уттары” тапшырыуы үҙенең 5 йыллығын билдәләй

“Өфө уттары” тапшырыуы үҙенең 5 йыллығын билдәләй

Рәсәй-Башҡортостан радиоһының “Өфө уттары” тапшырыуы үҙенең 5 йыллығын билдәләй. Тапшырыуҙың үҙенсәлеге тураһында һәм алып барыусылар менән яҡындан хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.Ошо бәләкәй генә студияла бынан 5 йыл элек "Хәйерле кис, республика" тапшырыуы үҙ эшен башлай. Тапшырыу файҙалы мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осрашыу, йыр-моңға бай булараҡ раҫлана. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем иң шәп тапшырыуҙарҙарҙың береһе булып тора. Тапшырыу әле “Өфө уттары” тип атала һәм көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Тапшырыу ваҡытында тура эфирға теләгән һәр кем шылтыратып сәләмдәрен еткереп, фекер алышынып, барлыҡ теләктәрен дә әйтә ала. Ҡыҙыҡлы шәхестәр менән әңгәмә ваҡытында һорау биреү мөмкинселеге лә бар. Шуныһы менән дә халыҡҡа ҡәҙерле һәм яҡын был тапшырыу. Тауыш режиссеры быларҙың барыһын да контрольдә тота.Өфө уттарының алып барыусылары- радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров үҙенең тәжрибәһе, төплө ҡарашы, кешелеклеге, тынғыһыҙ, эҙләнеүсән журналист булараҡ күптән халыҡ һөйөүен яулаған. Айгөл Хисамова иһә үҙенең мәҙәниәт яратыуы, шиғриәт һөйөүе наҙлы тауышы менән тапшырыуҙың йәме булып тора. Ильяс һәм Зульмара Ҡарабулатовтар өлгөлө, матур ғаилә булараҡ, республика халҡын сәнғәт менән яҡындан таныштыра. Фәтих Муллахмәтов үҙенең дәртлелеге, ябайлығы менән халыҡты әсир итә.Өфө уттары тапшырыуы Рәсәй-Башҡортостан радиоһында һәм Башҡортостан-24 телеканалында эфирға сыға.Тапшырыуҙың алып барыусылары әйтеүенсә, халыҡсан тапшырыуға килергә теләүселәр һаны бихисап. Студияға килгән һәр ҡунаҡ ҡәҙерле һәм беҙҙең яратҡан дуҫыбыҙға әйләнә, ти Айгөл Хисамова.Үҙенсәлекле, дәртле, халыҡсан тапшырыуҙы көн һайын 20 сәғәт 10 минутта Рәсәй-Башҡортостан радиоһында һәм Башҡортостан 24 каналында ҡарарға онотмағыҙ дуҫтар. “Өфө уттарын” бергәләп ҡабыҙайыҡ.Был сюжетты Өфө уттары тапшырыуын алып барыусы Гөлфиә Мәҡсүтова һәм телеоператор Вадим Зараев әҙерләне.