Был турала Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡаралған башҡа мәсьәләләр хаҡында Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Йола буйынса Оператив кәңәшмә аҙналағы төп ваҡиғаларға байҡауҙан башланды. Башҡортостан мөһим сараларҙың береһе – Рәсәй-Беларусь төбәктәренең 10-сы форумын ҡабул итә. Июнь аҙағында үтәсәк эшлекле йыйынға әҙерлек барышы ойоштороу комитеты ултырышында ҡаралған. Өфөлә “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының төбәк бүлексәһе асылыуы мөһим ваҡиға һәм яуаплы эш. Махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн ул ярҙам йортона әйләнергә тейеш тине Радий Хәбиров.Республика етәкселеге “Башҡортостан” мотоуҡсылар ирекле полкының хәрби әҙерлек үткән ерендә булып ҡайтты. Төбәк башлығы егеттәрҙең һәм командованиеның мөрәжәғәттәрен үтәү бурысын ҡуйҙы. Әйткәндәй, полк ай аҙағына тулыһынса формалашып бөтөргә тейеш тине Радий Фәрит улы.“Йәшел Башҡортостан” акцияһы һөҙөмтәләре иғлан ителде кәңәшмәлә. Быйыл 76 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән. 27 мең төп эре ағас һәм 140 мең үҫенте сәселгән. “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә сәселгән ағастар 1 миллион төптән ашҡан. Радий Хәбиров акция сиктәрендә сәселгән үҫентеләрҙең ерегеп китеүен тәьмин итергә ҡушты. Иғтибарға лайыҡ тағы бер проблема – ебәк күбәләге. Быйыл Башҡортостан урмандарының 390 мең гектарында был ҡоротҡос таралған. 2021-ҙә был майҙан яҡынса ике тапҡырға күберәк ине. Бөтә ерҙә лә эшкәртеү мөмкинлеге юҡ, шуға ла тәү сиратта бөжәктәр ныҡлап таралған ерҙәр эшкәртелә тиелде кәңәшмәлә. Баҡсасылыҡ хаҡында бер нисә доклад яңғыраны. Был тармаҡта республикала ҡабул ителгән революцион ҡарарҙар үҙ һөҙөмтәһен бирә тигән һығымта яһарға мөмкин. Быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бюджеттан 250 миллион һум аҡса бүленә. Шул иҫәптән 66 СНТ-ға илткән 28 км юл төҙөкләндереләсәк. Юлдар темаһы ла Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә, ә улдарҙың торошо етди күҙәтеү аҫтында. Радий Хәбиров контроль идаралыҡ асыҡлаған бөтә етешһеҙлектәр буйынса саралар күрергә ҡушты. Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем өлөшөн 4 һыҙатҡаса киңәйтеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Проектлау эштәре башҡарылған, әле финанс мәсьәләләре хәл ителә. М 12 трассаһына транспорт коридоры булараҡ Р240 юлын киңәйтеүгә федераль бюджеттан яҡын арала ярҙам булыуы ихтимал тиелде кәңәшмәлә. Транспорт темаһын дауам итеп... “Башавтотранс” предприятиеһы эшмәкәрлегенә бәйле отчет яңғыраны. Аҙаҡҡы 5 йыл эсендә пассажирҙар ташыуҙан ингән килем 80 процентҡа артҡан. Сығымдар статьяһы ла 1 миллиардҡа үҫкән, шуның яртыһы эш хаҡын арттырыуға йүнләтелгән. Бөгөн Башавтотранста водителдәрҙең уртаса эш хаҡы 65 мең һумға етә. 4 йыл эсендә 1 мең 50 яңы техника һатып алынған. Радий Хәбиров ауыл пассажир транспорты Президент программаһында әүҙем ҡатнашырға ҡушты.Республикала Һабантуйҙар осоро. Күпселек райондарҙа улар был аҙнала үтә. Байрамдар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү кәрәклеген йәнә бер иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.
“Башҡортостан” ирекле полкы июнь аҙағына тулыһынса формалашып бөтөргә тейеш
“Башҡортостан” ирекле полкы июнь аҙағына тулыһынса формалашып бөтөргә тейеш