Юл инспекторҙары белдереүенсә, күп осраҡтағы күңелһеҙ ваҡиғалар пассажирҙарҙың ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүенә бәйле. Дәүләт автоинспекторҙары йәмәғәт транспорты ҡапыл туҡтаған мәлдә кеше йәрәхәтләнеүен маникендар ярҙамында күрһәтте. Сәлимә Исламова дауам итә. Өфөлә төш ваҡыты. Паз автобусының водителе күрше һыҙаттан икенсе автобустың күсеүен абайламай ҡала. Бер нисә секундтан улар бәрелешә. Ә транспорттың береһе бағанаға килеп төкөй, юл ситендә торған башҡа машиналарҙы эләктерә. Һөҙөмтәлә Паз автобусындағы 9 йәшлек пассажир йәрәхәт ала. Бындай осраҡтың эҙемтәләре тағы ла ҡурҡынысыраҡ булыуы мөмкин. Ә быныһы инде икенсе ваҡиға. Автобус ҡапыл туҡтаған мәлдә әсәй балаһы менән ҡолап төрлө тән йәрәхәттәре ала.Башҡала халҡы автобус водителдәренең ҡурҡыныс йөрөүҙәренә йыш зарлана. Ә улары иһә, пассажирҙар үҙ хәүефһеҙлеген ҡайғыртмай, тигән фекерҙә. Йәмәғәт транспорты эсендә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре бар: машинала –ҡайыштар, ә автобуста – тотҡостар.Йыл башынан республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында йәмәғәт транспортындағы пассажирҙар менән бәйле 50 осраҡ теркәлгән. Сәбәптәре төрлө. Аавтобустарҙың хәүефле йөрөүе лә, салондағы кешеләрҙең вайымһыҙлығы ла сәбәпсе. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә саҡырған эштәр, шулай уҡ йәмәғәт транспортында үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен иҫкәрткән саралар инспекторҙар тарафынан йыш үткәрелә.Ә инде, ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта транспорт эсендәге пассажир менән булған хәл вағины күрһәтеү экспиремент ҡына түгел, ошо мәсьәләгә пассажирҙарҙың иғтибарын йүнәлтеү. Юл бәләкәй генә хаталарҙы ла кисермәй икәнен оноторға ярамай.
Башҡалала автобустар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары артҡан
Башҡалала автобустар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары артҡан