Ерәнгес бөжәктәр афәте

Ерәнгес бөжәктәр афәте

Шәрә ағастар, йөнтәҫ бөжәк баҫҡан кәртә-ҡаралтылар, өҫтән ауға аҫылынып, ерҙән аяҡ буйлап һөжүм иткән ҡарышлауыҡтар. Был ҡот осҡос фильм күренештәре түгел. Ә ағас-ҡыуаҡҡа ҡоротҡостар ябырылған ысынбарлыҡ. Баҡсасыларҙың парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы тиңһеҙ көрәшенә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡушылды. Үҫемлектәрҙе ҡотҡарыуға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү маҡсатында. Өфө районы Яңы Булгаков ауылында декабрҙә йорт тамамлап күсенгән Скрипченко ғаиләһе тәбиғәт ҡосағында йәшәү теләген бойомға ашырып бындай боҫҡонға эләгерен күҙ алдына ла килтермәгән. Ерәнгес бөжәктәр афәтенә былтыр йәй һис бер ишара юҡ ине, ти Гүзәл ханым. Йөнтәҫ ҡарышлауыҡтар ихаталарға ябырылып еләк, гөл-сәскә, ҡыуаҡ, ағастарҙы ҡорота. Йорт хужалары саҡырылмаған ҡунаҡтар менән үҙҙәре белгәнсә көрәшә – ҡарышлыуыҡты һепереп һоҫҡолап тултырып бер нисә биҙрә түгәләр. Был ҡарышлауыҡтар ғәләмәт ҡомағай. Бер генә йөнтәҫ мәскәй ағастың 35 япрағын да кимереп туймай. Өҫтәүенә улар әрһеҙ – ағас һайлап тормай, япраҡлыһын да, ылыҫлыһын да бөтөрә, ҡыяҡлы, башаҡлы үҫемлектәрҙе лә, үләнде лә ашай. Әммә оҙаҡ ваҡытҡа аҙыҡһыҙ ҡалыуға сыҙамай. Ауыл халҡы баҡса үҫентеләре генә түгел, тотош урмандарға етди ҡурҡыныс янай, тип хафалана. Ҡаза күләменә иғтибар йәлеп итер өсөн улар ҡоротҡостар хәрәкәтен видеояҙмаға төшөрөп социаль селдәрҙәрҙә уртаҡлаша. Белгестәрҙән кәңәш тә, ярҙам да үтенә. Энтомологтар парһыҙ ебәк күбәләгенең тәбиғәттә тик бер нисә дошманы бар – ҡоштарҙан — кәкүк, бөжәктәрҙән — ерән ҡырмыҫҡа менән еҙ ҡуңыҙ, тип белдерә. Ғалимдар уйлап тапҡан ысулдар ҙа бар әлбиттә. Ағыулауҙың бер төрө – ҡарышлауыҡтарҙы ҡаҡшатҡан вирустар ҡулланыу.Йәнә бер препарат – бөжәк өсөн зарарлы үлән нигеҙендә эшләп сығарылған пиретроидтар. Был инсектицидтарҙы шәхси хужалыҡта ла ҡулланырға мөмкин. Тик улар ҡоротҡос ҡына түгел, файҙалы бөжәктәр, емеш-еләк һәм улар аша кешенең үҙенә хәүеф менән янауын иҫәпкә алғанда ҡатмарлыҡтар килеп тыуа. Шуға ла үҫемлектәрҙе биологик ысул менән эшкәртеү кеше йәшәмәгән урындарҙа ғына ҡулланыла. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы бөгөнгә парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эштәрҙе бер нисә район биләмәһендә алып бара. Парһыҙ ебәк күбәләге менән тиңһеҙ көрәш алып барырға мәжбүр баҡсасыларҙы тынысландырыр мәғлүмәт әҙ. Беренсенән, ҡарышлауыҡтар афәте берәр аҙнанан, улар ҡурсаҡҡа төрөлгәс, туҡтай. Икенсенән, был күбәләктәрҙең әүҙемлеге 10-12 йылға бер ҡабатланып тора, тимәк киләһе йылда афәт күләменең һүлпәнәйеренә ышаныс бар. Уға өҫтәп күбәләк йомортҡаларын юҡ итеүҙе лә хәстәрләгәндә, еңеүгә өлгәшеү мөмкин.