Республика буйынса 59 муниципалитетта 148 ҡомлоҡ ойошторолдо, шул иҫәптән Өфөлә 10 пляж эшләй.Өфөләге Ағиҙел ярындағы ҡомлоҡта һыу инеүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырыла. Әле “Ҡояшлы” пляжендә һыуға илткән баҫма, ҡыҙыныу урындары һәм һыу эсендә сикләүсе тамғалар ҡуйылған. Ял итергә килеүселәр һаны бихисап. Ғаиләләре менән йыл һайын, миҙгел асылыуын көтөп килеүсләр ҙә бар.
Республикала һыу инеү миҙгеле башланды
Республикала һыу инеү миҙгеле башланды