Баш ҡаланың һәм бөтә Башҡортостандың йүгеректәре үҙҙәрен 1, 5, 10 һәм 21 километр, 100 метр дистанцияларында һынаны. Марафондан Ләйсән Тимербулатова репортажы. Теләктәр, сикәлә ал ирендәр эҙе — марафонсыларға ярҙам итеүсе команда әҙер. Старт һыҙығы арьяғында йүгеректәр һәм көйәрмәндәр сәғәт 11 тулғанын көтә. Илдең 89 ҡалаһында бер үк сәғәттә генә түгел, хатта минутына тиклем бер ваҡытта старт бирелеүе – марафондың төп үҙенсәлеге. Ул Рәсәйҙә 7-сегә үткәрелһә, Өфө йүгеректәрен һәм ошо марафонда ҡатнашырға теләп төрлө район-ҡалаларҙан килеүселәрҙе 6-сы тапҡыр ҡаршы ала.Былтыр марафонсылар һаны 2100 булһа, быйыл 2600-ләп кеше теркәлгән.Йүгерергә теләгәндәргә бер сикләүҙәр юҡ. 4 тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов был марафонда икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр уны 10 саҡырымлыҡ арауыҡта күрһәк, быйыл ул иң оҙон дистанцияға теркәлгән.Уның менән бергә Белорус һәм Рәсәй спортсыһы, биатлонсы Александр Давидович стартҡа әҙерләнә. Кемдер өсөн әҙерлек, ҡайһы берәүҙәргә үҙҙәрен һынау мөмкинлеге – марафон. Ә Дәүләт Думаһы депуты Зариф Байғусҡаров сараны тәрбиәүи яҡтан да юғары баһалай.Йүгереү буйынса 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Батталова ла марафон бөтә ил халҡын берләштереү алымы тигән фекерҙә. Ә иң үҙенсәлекле ҡатнашыусы – Моня. Ул хужаһы Гөлназ Ғәфиева менән йүгерҙе.Ярыммарафон сиктәрендә быйыл да #ЙҮГЕРӘМЯРҘАМИТӘМ хәйриә акцияһы ойошторолдо. Ҡатнашыу иҫәбенә индерелгән взностарҙың бер өлөшө биш хәйриә фондына ярҙамға тәғәйенләнә.Финишта иң яҡшы йүгеректәрҙе миҙалдар менән ҡаршы алдылар.
Өфө Рәсәйҙең төп марафонында ҡатнашыусы ҡалалар исемлегендә
Өфө Рәсәйҙең төп марафонында ҡатнашыусы ҡалалар исемлегендә