Быйыл форумдың үткәреү урыны тип Өфө һайланған. Төп тема – һанлы трансформация ваҡытында гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органдарының эшен камиллаштырыу. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.Тантаналы сарала тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше тормошо ЗАГС органдары эшмәкәрлеге менән бәйле. Кешенең шатлыҡлы, тантаналы мәлдәренә лә – ғаилә ҡороу, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу, ҡайғылы осорона ла – айырылышыу, яҡын кешеңдең һуңғы документын алыу кеүек хәлдәргә лә шаһит булырға тура килә уларға, тине Рәсәйҙең юстиция министры урынбаҫары Максим Бесхмельницын.
ЗАГС органдары етәкселәренең Өфөлә Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙа
ЗАГС органдары етәкселәренең Өфөлә Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙа