Медиайыйын-2023

Медиайыйын-2023

Башҡортостан Башлығын Рәсәй журналистар союзы “Һөнәри даирә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” бүләкләне. Радий Хәбировҡа Маҡтау билдәһен Өфөлә үткән Медиайыйын — 2023 форумында танылған тележурналист Владимир Соловьев тапшырҙы. Башҡортостан журналистарының мәртәбәле йыйынында билдәләнгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы. Халҡыбыҙ тарихында уртаҡ мәсьәлә буйынса төрлө фекерҙәр тыңлап бер бөтөн ҡарар ҡабул итер йыйындар тураһында билдәле. Киң мәғлүмәт даирәһе хеҙмәткәрҙәренең Республика башлығы тәҡдиме менән йыл һайын саҡырылған Медиайыйыны тап шул боронғо йоланы хәтерҙә тота. Әҙәмгә ят ҡиммәттәр тағып йәмғиәттең тотороҡлоғон ҡаҡшатыу маҡсатын ҡуйған аяуһыҙ ваҡытта тик милли үҙаң берҙәмлекте нығытырға булышлыҡ итә. Быйылғы форумды “Медианың киләсәге. Аҡылдар өсөн көрәш” тигән өндәү берләштерҙе.Республиканың медиайәмәғәтселегенән форумда 600-гә яҡын вәкил ҡатнашты. Үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, һөнәри хеҙмәтен юғары кимәлдә башҡарған журналистарға лайыҡлы наградалар тапшырылды. Үҙ эшенең оҫтаһы тигән баһаны беҙҙең хеҙмәттәштәр ҙә алды. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре исеме бирелде.Башҡортостан журналистарының һөнәри оҫталығына Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та юғары баһа бирә. Танылған тележурналист, хәрби хәбәрсе, продюсер республикала киң мәғлүмәт сараларының берҙәмлеген таный һәм медиа даирәлә туған телдә эшләгән баҫмаларҙың әһәмиәтенә баҫым яһай. Мәғлүмәт алыусының үҙ телендәге мөрәжәғәтте яҡын күреп ышанып ҡабул итеүе медиафорумдың оҫталыҡ дәрестәрендә лә ентекләп ҡаралды. Сағыу миҫалдар килтерелде.Мастер-кластарҙа мәғлүмәти һуғыш һәм психологик операциялар, Интернетта аҡыл арбау алышы, социаль селтәрҙәрҙә һөҙөмтәле эш һәм медиадаирәлә аудитория талаптарын үтәү кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса тәжрибә уртаҡғлашыу һәм фекер аышыуҙар үтте.Киң мәғлүмәт сараларының киләсәгенә ҡағылған проекттарҙы медиадаирәлә эшләүселәр бер нисә төркөмгә туплап республика башлығы ҡарамағына сығарҙы. Башланғыстарҙың һәммәһе Радий Хәбировтың яҡлауын тапты. Төбәк етәксеһе журналистарға финанс яҡтан булышлыҡ итеү тураһында йөкләмәләр бирҙе. Проекттарҙы бойомға ашырыр өсөн гранттар фонды 50 миллионға, журналистика өлкәһендә ижади уңыштар өсөн Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләме 500 меңгә тиклем күтәрелә. Бынан тыш Башҡортостан Башлығы исемендәге журналист премияһы булдырыла. Еңеүсе дәрәжәһенә өлгәшер өсөн дөрөҫ, ғәҙел һәм тура мғлүмәт еткереү шартын үтәү мотлаҡ.Журналистар бындай мәртәбәле осрашыуҙарҙың файҙалы мәғлүмәт сығанағы, хеҙмәттәштәр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булараҡ ҡәҙерен белә. Медиайыйында фекер алышыуҙар аша хәҡиҡәтте нығытып киләсәккә йәнә яңы бурыстар билдәләнде.