Уларҙы Донъя әкиәттәрен башҡорса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы ҡала этабында еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында асыҡланылар. Иң оҫта әкиәтсе ҡыҙ һәм малайҙар менән Ләйсән Тимербулатова аралашты.Уй, әкиәтсе, тиеү был осраҡта төрттөрөү түгел, ә маҡтау булып яңғырай. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары, хатта тотошлай ғаиләләре менән ҡыҙҙар, малайҙар бер-береһен уҙҙырып, шыттырып, төрлө ҡиәфәткә инеп, туйғансы әртисләнеп сәхнәнән әкиәттәр һөйләне. Һүҙҙәрен онотоуҙары ла шул тиклем матур, юғалып ҡалған дуҫтарына ярҙамлашып башҡа балаларҙың әйтеп ебәреүҙәре лә хатта килешле. Шуға күрә лә еңеүселәрҙе билдәләү бик үк еңелдән булмаған.10-ға тиклем һанай белгән кәзә бәрәсе тураһындағы әкиәтте сәхнәләштереп, 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре еңеү яуланы.Ә уларҙың ағай-апайҙары, Фатима Мостафина ис. 20-се башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” әкиәте менән гран-приға лайыҡ булды.Һәр әкиәт йә бейеү, йә йыр, йә иһә музыка ҡоралдарында уйнау менән биҙәлгән. Әкиәт менән бәйле әйберҙәр ҙә мул ҡулланылған. Торғаны менән “бер актерлы театр” тиерһең.Был Йәсминә Лоҡманова. Ул 75-се “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Хәҙер ул да “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсы еңеүсеһе.Әкиәтте мәктәп йәшендәге яңғыҙ һөйләүселәр араһында 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Рамаҙан Ғүмәров иң оҫтаһы тип табылды.Ул тауыш, телмәр ҡеүәһе, үҙ-үҙен тотошо – һоҡланып туйғыһыҙ. Думбырала уйнап, йырлап ебәреүе бөтөнләй әсир итә.Еңеүселәр араһында Өфөнөң 136-сы башҡорт гимназияһынан исемдәр күп. Ғаилә менән әкиәт һөйләүселәр ҙә унан. Ильяс Торсонбаев ҡомһоҙ заказ биреүсе образында. Ә әсәһе, Миләүшә тегенсе — бер тиренән нисектә генә 8 бүрек тектереп алырға уйлаған һаранбайҙы төп башына ултыртыусы.Ә мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балалар менән әкиәт һөйләүсе ғаиләләр араһында 75-се “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаусы Көмөшбаевтар ғаиләһе еңеп сыҡты. “Бүре һәм ете кәзә бәрәсе” әкиәтен өсәүләп кенә уйнанылар ҙа сыҡтылар. Ә залдағы тамашасыларҙың йөҙҙәрен күрһәгеҙ?! Һәр әкиәткә сумып китеп, геройҙары өсөн борсолоп, улар менән бергә көлөп-йылмайып ҡаранылар. Мәжит Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары иһә әкиәтселәрҙе ҡеүәтләп, ярҙам итеп, тамашасыларҙы улар менән таныштырып, әкиәт байрамына йәм өҫтәнеләр.
Өфөнөң иң оҫта әкиәтселәре кемдәр?
Өфөнөң иң оҫта әкиәтселәре кемдәр?