Берҙәм һайлау көнөндә Өфөлә беренсе тапҡыр йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне

Тулыраҡ: Берҙәм һайлау көнөндә Өфөлә беренсе тапҡыр йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне

Берҙәм һайлау көнөндә Өфөлә беренсе тапҡыр йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне.

Унда көн дауамында журналистар һуңғы мәғлүмәттәр менән танышты, брифингттарҙа ҡатнашты һәм күҙгә-күҙ осрашып, сәйәси фирҡәләр етәкселәре менән аралашты. Матбуғат үҙәге өс өлөшкә бүленгән. Бында телевизорҙар һәм видеопроектор ҡуйылған, уларҙа төрлө телеканалдар һайлауҙар тураһында мәғлүмәт бирә. Ә был яҡта журналистар өсөн өҫтәлдәр һәм компьютерҙар урынлаштырылған. Хәбәрселәр үҙәк һайлау комиссияһынан килгән мәғлүмәттәрҙе тиҙ арала яҙып, тапшырып тора. Төптә матбуғат конференциялары уҙғарыла. Хәбәрселәр сәйәси фирҡәләр вәкилдәре һәм сәйәсмәндәр менән аралаша, борсоған һорауҙарына яуап ала. Үҙәктә район-ҡалалар менән тура бәйләнеш булдырылды. Сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һайлау барышы менән ҡыҙыҡһынды. Бер нисә сәғәт һайын матбуғат үҙәгендә Үҙәк һайлау комиссияһы менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Журналистар оператив рәүештә кампания менән танышып барҙы. Бынан тыш, киң экрандарҙа һәр ваҡыт мәғлүмәттәр бирелде. Үҙәккә сәйәси фирҡәләр етәкселәре лә килеп китте. Брифингтар ваҡытында кемдер өгөтләп маташты, бәғзеләре власты тәнҡитләне, ҡайһы берҙәре иһә үҙҙәрен тыныс тота белмәне. Йәмәғәт матбуғат үҙәге иртәнге сәғәт һигеҙҙән төнгө бергә тиклем эшләне. Көнө буйы эшләгән кешеләргә уңайлы булһын өсөн бында туҡланыу ҙа ойошторолдо. Хәбәрселәр һуңғы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеп, төнгә ҡайтып китте. Ә ҡайһы берҙәре бөгөн иртәнге сәғәт етелә үҙәк һайлау комиссияһына барып, яңы һөҙөмтәләрҙе барланы. Киләсәктә лә ҙур кампаниялар ваҡытында ошондай йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк, тип белдерә ойоштороусылар.