Белорет Көньяҡ Уралдың туризм үҙәге данына ынтыла

Белорет Көньяҡ Уралдың туризм үҙәге данына ынтыла

Белорет сәләмәт тормош һәм спорт шөғөлдәре ҡалаһы һәм Көньяҡ Уралдың туризм үҙәге данына ынтыла. Биләмәлә барған төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре менән Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Республика башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған подполковник Альберт Кәримов һәм ефрейтор Артем Мамыкиндың ғаиләләре менән осрашты. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ҡала-райондың сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең күргәҙмәһен ҡараны. Һәм республиканың ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүҙәң көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Башҡортостан Башлығының Белоретҡа эш сәфәре тураһындағы тулы репортажды Аҙна йомғаҡтарында ҡарағыҙ.