Ярҙам һорап бер урынға ғына мөрәжәғәт итеү ҙә етә

Ярҙам һорап бер урынға ғына мөрәжәғәт итеү ҙә етә

Хәбәр итеүебеҙсә, ил президентының махсус хәрби операция ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеү Фондын ойоштороу тураһындағы йөкләмәһенә ярашлы, Өфөлә Дәүләт фондының төбәк бүлексәһе эшләй. Ниндәй ярҙам талап ителә – шул һорау менән хәҙер бер урынға ғына мөрәжәғәт итеү етә. Үҙәк берҙәм тәҙрә тәртибендә эшләй, хеҙмәткәрҙәр һәр ветерандың шәхсән мохтажлығын иҫәпкә алып мөрәжәғәт ҡабул итә һәм һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, социаль фонд кеүек ғәмәлдәге ведомстволар ҡарамағына йүнәлтә. Координатор вазифаһын үтәүсе 40 кеше махсус әҙерлек үткән, йыл аҙағына уларҙың һанын 180-гә еткереү көтөлә. Белгестәрҙәң һөнәри әҙерлек кенә түгел, миһырбанлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ сифаттары ла талап ителә. Фонд бүлексәһе белгестәре социаль ярҙам эшмәкәрлеген ҡала-райондарҙа ла көйләй. Өфөләге филиал Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Бында ярҙам төрҙәре исемлеге лә, ҡабул итеү бүлмәләре лә, белгес белешмәләре лә ҡаралған. Фонд шулай уҡ ветерандарға яңы һөнәри белем үҙләштерергә, мохтаждарҙы эшкә урынлаштырырға ла булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.