Башҡортостан хәрби ашнаҡсылар әҙерләй

Башҡортостан хәрби ашнаҡсылар әҙерләй

Тәүге төркөм уҡып сығып, имтихан тапшырҙы һәм танытмалар алды. Улар менән Ләйсән Тимербулатова осрашты. Өфөлә урынлашҡан йорт ихатаһының бер мөйөшө имтихан тапшырыу өсөн ялан ашханаһына әйләнгән. Биш курсант 144 сәғәт эсендә взвод, хатта рота һалдаттарын туйындырырлыҡ ризыҡтар бешерергә өйрәнеп, әле һынау тота.Еңел булмаҫын ашнаҡсылар күптән белә — һәр береһе хәрби операцияла яҡынын юғалтҡан. Дүрт ир-егет араһында бер ҡатын-ҡыҙ. Ул Украина менән барған бәрелештәрҙә улын юғалтҡан. Хәҙер ул тап улы хеҙмәт иткән взводҡа ашнаҡсы булып барырға йыйына. Һалдаттарҙың ризығы күп төрлө булһын өсөн ашнаҡсылар киптерелгән аштарҙы ла әҙерләргә өйрәнгән.Имтихан менюһында итле ҡарабойҙай һәм сәй. Һалдат бутҡаһы түгел ресторан ашы тиерһең. Был имтихан оло һынауҙың башы ғына. Уҡытыусылары ашнаҡсыларҙы нәсихәттәр менән оҙәтә.Ашнаҡсылар әҙерләү курстары артабан да ойошторола. Әгәр ҙә хәрби комиссариатҡа ғариза яҙып, рөхсәт алғандар һаны биш кешегә тулһа йәнә бер төркөм төҙөлә һәм уҡыуҙар башлана