Башҡортостанда янғындар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала

Башҡортостанда янғындар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала

Йыл башынан алып республикала 4 мең 782 техноген янғын теркәлгән. Уларҙа 137 кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 41-гә күберәк. Бигерәк тә бер юлы утта күпләп халыҡтың үлеүе һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡорбандар артыуы хәүеф тыуҙыра. Йыл башынан республикала 17 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма таратылған. Ул республикала ярты миллион самаһы кешегә бирелгән. Быйылдан тағы бер-нисә категория граждан бушлай янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма менән тәьмин ителәсәк.