Операция алты йәшлек балаға эшләнә. Бәүел юлына бындай операция беҙҙең республикала беренсе тапҡыр яһала. Быға тиклем эшләнгән асыҡ операцияны, хәҙер иһә бер нисә киҫем аша башҡарырға мөмкин буласаҡ. Бындай юл менән операция эшләүсе клиникаларҙы бармаҡ менән генә һынарлыҡ, ти белгестәр. Урология бүлеге Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 17-се һанлы балалар клиник дауаханаһында ғына.Бындай патологияны сабый әсә ҡарынында ятҡанда уҡ асыҡларға мөмкин, ти табиптар. Лапароскопия ысулы яңы тыуған балаларҙа ҡулланып булыу менән дә отошло.Был манипуляция асыҡ операция кеүек үк 4-5 сәғәт яһала... реабилитация ваҡыты ҡыҫҡара... пациент бер аҙнала аяҡҡа баҫа.
Өфө хирургтары яңы ысул менән бәүел юлына операция эшләй башланы
Өфө хирургтары яңы ысул менән бәүел юлына операция эшләй башланы