Быйыл республика биләмәһендә 1600-ҙән ашыу һауыҡтырыу һәм ял лагеры эшләйәсәк. Улар йәй дауамында 500 мең балаға онотолмаҫ ял бүләк итәсәк. Шулай ҙа төп иғтибар балалар хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән. Биләмә кәртәләнгән, видеокамералар ҡуйылған, һаҡлау системаһы ла етди эшләй. Йәй дауамында медпункта табип һәм уның ярҙамсыһы эшләйәсәк. Быйылғы талаптар буйынса ата-әсәләр шәмбеһе лә булмай. Республика лагерҙары төрлө йүнәлештә эшләйәсәк. Әммә хәрби патриотик тема һәр ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһы программаһына индерелгән.
Балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асты
Балалар һауыҡтырыу лагерҙары ял миҙгелен асты