Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттарға талап бик ҡаты буласаҡ.
Был хаҡта хәбәрселәр менән әңгәмәләшкәндә республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең ышаныслы еңеүенә ҡарамаҫтан, мин депутат мандаты өсөн республиканан китергә йыйынмайым, сөнки хәл ителмәгән бик күп эштәр бар әле тине Рөстәм Хәмитов.