Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктәрҙең цифра трансформалашыуы һөҙөмтәләрен Радий Хәбиров иғлан итте. Төбәкте цифралаштырыуҙың төп маҡсаты – ғәмәлдәге мәғлүмәт системаарын идара итер өсөн берҙәм берәмеккә килтереү. Әлеге ваҡытта цифралаштырыу дауам итә, йыл аҙағына республиканың йәнә яҡшыраҡ һөҙөмләргә өлгәшеү мөмкинлеге бар. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған башҡа мөһим мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.Үткән аҙна ваҡиғаларын Радий Хәбиров ”уттай ҡыҙыу”, тип баһаланы. Осрашыуҙар, йыйындар, тантаналар менән бер рәттән матәм саралары ла урап үтмәне. Дүшәмбе Стәрлетамаҡта өлкән лейтенант Дмитрий Загребин менән бәхилләштеләр. Республика башлығы яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеү зарурлығын хәтергә төшөрҙө. Башҡортостан батыр улдары хәтерен Шайморатов ордены менән мәңгеләштерә. Радий Хәбиров Белореттағы осрашыуҙы иҫкә алып, махсус хәрби операцияла һәләк булған Аьберт Кәримовтың әсәһе Рена Кәримоваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Белорет һәм Ейәнсура райондарына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров бер нисә йөкләмә бирҙе. Белоретта һыу менән тьмин итеү, Иҫәнғолда спорт объекты төҙөлөргә, ә Ейәнсура район дауаханаһы стационары капиталь ремонтланырға тейеш. Төбәк етәксеһе белдереүенсә Башҡортостанда 2029 йылға тиклем медицнаның тәү звеноһы үҫеше программаһын эшләү көтөлә. Республикала еңел сәнәғәт тармағына ярҙам итеүгә лә финанс ярҙам йүнәлтелә. Үткән ике йылда предприятиелар 500 миллион һум тотонһа, быйыл тағы 155 миллионға иҫәп тота. Июлдән Башҡортостанда инвеститцияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы ғәмәлгә инә. Документты төбәк Стратегик инициативалар ассоциацияһы генераль директоры Светлана Чупшеваның Өфөләге сәфәре барышында танытты. Башҡортостанға инвестиция майҙаны булараҡ ҡараған эшҡыуарҙар өсөн ул юридик нормативтарҙы раҫлау уңайлығын күҙ уңында тота. Республика программаны Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында уртаҡлашырға әҙерләнә. Оператив кәңәшмәлә Республиканың аграр сәнәғәт комплексы етәксеһе Илшат Фазрахманов Беларусь республикаһына эш сәфәре йоғаҡтарын уртаҡлашты. Хәҙер Башҡортостан предприятелары техника һатып алғанда өҫтәмә 10 процент ташлама файҙалана, һәм квота арттырыуға иҫәп тота ала. “Амкодорҙың” Өфөлә етештереләсәк тауарына тәүге һатып алыусылар билдәләнгән. Беларусь менән хеҙмәттәшлеккә Аграр университет ғалимдары ла ҡушыла. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәмәғәт биләмәләрен хеҙмәтләндереү, ҡала-район сиктәрендә стелаларҙы тәртипкә килтереү тураһында ла һүҙ булды.
Башҡортостан цифралашыу кимәле буйынса илдә беренсе ун төбәк исемлегендә
Башҡортостан цифралашыу кимәле буйынса илдә беренсе ун төбәк исемлегендә