Бер юлы өс байрам

Бер юлы өс байрам

Аҙна башы иҫтәлекле даталарға һәм сараларға бай булды. Бөтә ил — Рәсәй көнөн, республика халҡы баш ҡалабыҙҙың тыуған көнөн һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләне. Төп байрам саралары һәр ваҡыттағыса, Ағиҙел ярында. Ватан, Кашҡаҙан парктарында , Ленин майҙанында үтте. Тулыраҡ киләһе сюжетта. Халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған Дуҫлыҡ Монументына 66 йыл элек нигеҙ ташы һалынған. Тап 1957 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенә 400 йыл тулыу уңайынан төҙөлгән был һәйкәл. Хәҙер Рәсәй көнөн билдәләүҙе Дуҫлыҡ Монументынан башлау матур йолаға әүерелгән. Байрам сараларының рәсми өлөшө башҡорт халҡының милли батырына ҡуйылған һәйкәл янында дауам итте. Был да осраҡлы түгел. Рәсәй көнө менән бергә республика халҡы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләй. Төп байрам саралары һәр ваҡыттағыса, Ағиҙел яры буйында башланды. Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн спорт фестивале ойошторолдо. Өфөнөң спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре сығыштары менән бер рәттән,фестиваль оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн күңелле старттар, концерт менән үрелеп барҙы. Күптәрҙең иғтибарын кесе авиация самолеттары сығышы йәлеп итте. Киләһе әүҙемлек нөктәһе  — Ленин урамы. Ҡаланың үҙәк өлөшө Мәҙәни арбатҡа әүерелде. Бында күргәҙмә зоналары, интерактив майҙансыҡтар эшләне, ҡунаҡтар менән актерҙар, рәссам, музыканттар эшләне, оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе. Башҡала райондары үҙ ҡаҙаныштарын Өфө батырлыҡ һәм дан дәүере күргәҙмәһендә туплағайны. «Өфө, саф һауала йөрөйбөҙ!» ҡала фестивале сиктәрендә иһә яңы рекорд та ҡуйылды. Саф һауала ер йөҙөндәге иң ҙур ҡыҫтыбыҙ менән Рәсәйҙәге иң ҙур өсмөйөшлө бәлеш бешерелде. Быйыл төп сараларға тағы ла бер тантана өҫтәлде. Өфөнөң тыуған көнөнә Черниковка биҫтәһендәге Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы тотош яңыртылды. Уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрикләне һәм иң-иңдәргә дәүләт грамоталарын тапшырҙы. Тәбрикләнеүселәр исемлегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар.Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын танырлыҡ та түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта ул үҙенең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған. Барыһына ла таныш колонналар тулыһынса яңыртылған. Паркта ял зоналары һәм беседкалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырылған, тирә-яҡ йәшелләндерелгән. Парк Өфө халҡы өсөн көтөп алынған бүләк булды.Бүләктәр бының менән генә сикләнмәне. «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы Өфө халҡы өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләгәнйе. Бында «Һыу яҡтыһы» йәштәр фестивале үҙҙы, уның сиктәрендә «Хәрәкәт 02» йәштәр бейеү фестивале, «Рэп 02» традицион рэп фестивале һәм «ЭлектроӨфө» диджейҙар фестивале уҙҙы. Рус драма театры алдындағы майҙаны барыһын да  — «Өфө — яратҡан ҡалам!» исемле концертында йыйҙы. Ҡаланың алдынғы ижади коллективтары, шулай уҡ башҡорт, татар һәм Рәсәй эстрадаһының популяр артистары ҡатнашты Онотолмаҫ байрам һәр ваҡыттағыса сағыу салют менән тамамланды.