Өфөнөң 450 йыллығына Башҡортостандың ун оҫтаһы ағастан скульптура яһаны. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең ТАРИХЫ менән әһәмиәтле. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. Бер аҙна эсендә Илдар Шәйәхмәтовтың ағас скульптураһы әҙер тиерлек. Был өс метрлы ағас һын Башҡорт ханына бағышланған.Ағас һындар таш, мәрмәрҙән эшләнгән кеүек йөҙәр йылдар буйына һаҡланып ҡала алмай, шуға ла скульптураларҙың „ғүмерҙәрен„ оҙайтыу өсөн материалды алдан махсус шыйыҡса менән эшкәртәләр. Ошолайтып һырлайһың инде... Әйҙәгеҙ мин дә һеҙҙең эшегеҙҙә үҙемдең биҙәктәремде ҡалдырайым... ҡасауҙың үткерлеге лә мөһим..Туғыҙ көн эсендә республиканың ун оҫтаһы ағасҡа „йән өрҙө„. Яратҡан шөғөл күңелгә шифа, йәнгә дауа бирә, шуға күрә бер ҡыйынлыҡһыҙ осона барып сыҡтыҡ, ти скульпторҙар. Быйыл ижади конкуста ПРоФЕССИОНАЛ рәссамдар, скульпторҙар ҡатнашты. Фаил Хисмәтуллин Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт кафедраһы уҡытыусыһы. Бындай саралар йыл һайын үткәрелеп торор, тип планлаштырыла. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре Өфө урамдарын, парк, скверҙарын биҙәйәсәк.
Ағастан скульптура
Ағастан скульптура