Быйыл республикала подъездарҙы комплекслы төҙөкләндереү программаһы өсөн 740 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаларға яҡынса 20 муниципалитетта 275 күп фатирлы йортто төҙөкләндереү күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сираттағы яҙмала. Яңыртылған ишек, тәҙрәләр, ағартылған диуар, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар. Республикабыҙҙа ремонт үткән подъездарҙа тап шундай күренеш. Калинин урамындағы 65-се йортта дүртенсе аҙна эш ҡайнай. Төҙөкләндереүҙә йортта йәшәүселәр әүҙем ҡатнаша. Иҙәнгә ниндәй плиталар түшәргә, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға, ҡайҙа почта йәшниген элергә- барыһын да улар хәл итә. Ремонт тамамланғас эште лә махсус комисия менән бергә милекселәр ҡабул итә. Етешһеҙлектәре булған осраҡта, подрядсы уларҙы төҙәткәс кенә ҡабул итеү актына ҡул ҡуйыла.Күптән түгел төбәк башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге аккаутында Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ремонт үткән подъездарҙы күрһәтте. Йорттарҙың төп үтеү урындары яҡты, таҙа һәм йәмле булып ҡалған, тип билдәләне ул. Комплекслы төҙөкләндереү эштәренең мөһимлеген опреатив кәңәшмәләрҙә Радий Хәбиров йыш ҡабатлай. Бындай әүҙем эш хәҙер инде бер нисә йыл ҡайнай. Йәмғеһе 7 мең ярым подъезд рәткә килтерелгән.Йортта йәшәүселәрҙең ҡыуанысы сикһеҙ. Күптәр хатта ҡасан һуңғы тапҡыр подъезда ремонт үткәнен хәтерләмәй. Быйыл республикала 753 подъезды төҙөкләндереү ҡаралған. Әле уларҙың 43-өндә эштәр тамамланған, 360-ында ремонт дауам итә. Ә комплекслы төҙөкләндереүҙе подрядсылар ноябрь аҙағына тулыһынса тамамларға ниәтләй.
Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы өсөн 740 миллион һум аҡса бүленгән
Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы өсөн 740 миллион һум аҡса бүленгән