Өр-яңы автобустар

Өр-яңы автобустар

Өфөнән Ҡара диңгеҙ буйына быйыл йәй уңайлы автобуста барырға мөмкин буласаҡ. Пассажир ташыусы дәүләт предприятиеһы автопаркын өр-яңы автобустарға байытты. Асҡыстарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Тантананан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы. Алты баҫҡыслы механик тапшырыусы ҡап, бер-береһенә бәйләнмәгән ике контурлы тормоз системаһы, АВS һәм ESC (И ЭсСи) системалары, дизель яғыулығындағы двигатель. Ҡытайҙа эшләп сығарылған ЮТОНГ автобустары “Башавтотранс” водителдәренә бөтөнләй ят түгел. Ошондай ике машина Өфө урамдары буйлап ярты йыл самаһы йөрөй һәм әлегә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан танытҡан. Беҙҙең юлдарҙа яҡшы эшләй, сифаттың иң юғары талаптарына тап килә, водитель өсөн уңайлыҡтар, пассажир өсөн хәүефһеҙлек саралары менән йыһазландырылғандар.Илгиз Тимерйәр улының водитель стажы 36 йыл. Хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһында йөк машинаһында башлаһа, 2000-се йылдарҙан Өфөлә пассажир маршруттарын хеҙмәтләндерә. Үткән бер нисә айҙа йәнә яуаплыраҡ эштә – яҡташтарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөтә. Ошо йөкләмәне фиҙаҡәр үтәгәне өсөн бөгөн башҡа хеҙмәттәштәре менән бер рәттән Башҡортостан Башлығының Рәхмәт Хатына лайыҡ. Тәжрибәле водителдәр яңы автобустарға ҙур өмөт бағлай. Машиналарҙа заман талаптарына яуап бирер йыһаздарҙан алып хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итер ҡоролмаларға тиклем барыһы ҡаралған.Автобустың оҙонлоғо 12 метрҙан ашыу, киңлеге ике метр ярым, бейеклеге дүрт метрға яҡын. Салон 53 пассажирға иҫәпләнгән. Урындар уңайлы, креслоны һәр кем үҙе теләгәнсә яраҡлаштыра ала. Йөктәр өсөн айырым бүлексәнән тыш салон буйына ла багаж кәштәләре һуҙылған. Барыһы ла оҙон юлда күңелле сәйәхәтттәр өсөн ҡулай.Турист маршруттарын хеҙмәтләндереү маҡсатына ғына түгел, был юғары уңайлыҡлы автобустар Башҡортостан биләмәһендә ҡала-ара бәйләнештәрҙе тоташтырыуҙа ла ҡулланыласаҡ. “Башавтотранс” етәксеһе белдереүенсә, уларҙың бер нисәүһе тантана майҙанынан тура Көньяҡ автовокалға, артабан, пассажир алып, үҙҙәре эшләйәсәк райондарға юллана. Төбәк-ара сәйәхәттәр хеҙмәтләндереүгә иһә предприятие Рәсәй транспорт министрлығы рөхсәтен көтә. 2019-2022 йылдарҙа төрлө класлы меңдән ашыу автобус ҡабул иткән һәм төбәктә пассажир ташыусы иң ҙур предприятие тип танылған “Башавтотранс” дәүләт яғынан ярҙамды киләсәктә лә файҙаланасаҡ. Пассажирҙар автопаркын йыл һайын яңыртыу республика юлдарында яңы маршруттар асыуға ла булышлыҡ итә.