Матбуғат хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Матбуғат хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Был дата 1998 йылда раҫланды. Йыл да ошо көндә Матбуғатҡа яҙылыу байрамын ойоштороу күптән матур йолаға әйләнгән. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинов репортажы.Сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле алдына иң әүҙем журналистарҙы тәбрикләүҙән башланды. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө республиканың журналистар берлегенә ҡабул ителде. Махсус хәрби операция темаһын тулы һәм йөкмәткеле яҡтыртҡан журналистар айырым иғтибарға лайыҡ булды. Байрамдың төп өлөшө матбуғат йорто алдында дауам итте. Бында республика баҫмаларының күргәҙмәһе эшләне. Теләгән һәр кеше яратҡан баҫмаһына ташлама менән яҙыла алды. Мутбағатҡа яҙылыу байрамы төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Ҡунаҡтар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә күп. Иң тоғро уҡыусыларын редакция хеҙмәткәрҙәре күптән танып, көтөп тора.Матбуғат аҡһаҡалдары иһә байрамдың йылдан — йыл матурайыуына, тулыланып, яңы тамашасылар йәлеп итеүенә шатлана.Республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында төрлө бүләктәр - мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, тышҡы аккумуляторҙар һәм тау велосипеды уйнатылды. Бер юлы бер-нисә баҫмаларға яҙылғандар өсөн логотип төшөрөлгән дәртләндереү приздары ла тапшырылды. Шулай ҙа, күптәр был байрамға гәзит-журналдарға яҙылып, яратҡан баҫмаларының авторҙарын күрергә тип килгәйне. Камиллыҡҡа өлгәшеү юлы — газета уҡыусыларының фекерен, уларҙың зауығын өйрәнеү, тәҡдим, ә ҡайһы саҡ тәнҡит һүҙҙәрен ишетеү. Шуға ла уҡыусылар менән осрашып, йәнле аралашыу бик кәрәкле эш, ти редакция хеҙмәткәрҙәре. Заман технологиялары үҫешкән саҡта республика баҫмалары ла үҙ урынын юғалтмай, яңы шарттарға яраҡлашып, уңышлы эшләп килә. Байрам республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәренең сығышы, дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.