Башҡортостан урмандарының 390 мең гектарында парһыҙ ебәк күбәләге таралған. Бөтә ерҙе лә эшкәртеү мөмкинлеге юҡ, шуға ла, тәү сиратта, бөжәктәр ныҡлап таралған урындар ағыулана. Йөнтәҫ ҡарышлауыҡтар ихаталарға ябырылып еләк, гөл-сәскә, ҡыуаҡ, ағастарҙы ҡорота. Йорт хужалары саҡырылмаған ҡунаҡтар менән үҙҙәре белгәнсә көрәшә – ҡарышлыуыҡты һепереп һоҫҡолап тултырып бер нисә биҙрә түгәләр. Бөжәктәр ағас һайлап тормай, япраҡлыһын да, ылыҫлыһын да бөтөрә, ҡыяҡлы, башаҡлы үҫемлектәрҙе лә, үләнде лә ашай. Әммә оҙаҡ ваҡытҡа аҙыҡһыҙ ҡалыуға сыҙамай. Энтомологтар парһыҙ ебәк күбәләгенең тәбиғәттә тик бер нисә дошманы бар – ҡоштарҙан — кәкүк, бөжәктәрҙән — ерән ҡырмыҫҡа менән еҙ ҡуңыҙ, тип белдерә.
Яланғас урмандар
Яланғас урмандар