Баш ҡала көнөнә арнап компьютер уйынында салют

Баш ҡала көнөнә арнап компьютер уйынында салют

Йәш программистар Өфөнө Майнкрафт уйынына һалыуы тураһында ике йыл әүәл хәбәр иткән инек. Беҙҙең хәбәрселәр улар менән йәнә осрашып, Өфөнөң тағы ла ҡайһы өлөштәре уйынға күсерелеүен күрҙе. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Бары тик уйынға ғына инергә кәрәк һәм баш ҡаланың иң матур урындары буйлап йәнең теләгәнсе сәйәхәт итергә була. 2021 йылда Эдгар Шиһапов Майнкрафт уйынында шаярып ҡына Өфөнөң бер өлөшөн эшләй һәм был турала дуҫтарына һөйләй. Өфөнө уйынға күсереүҙә 450-нән ашыу төҙөүсе ҡатнаша. Тәүге йылда даими рәүештә 60 егет һәм ҡыҙ эшләһә, хәҙер иһә программистар кңп талап ителмәй. Профсоюздар йорто, Арт-квадрат, Совет майҙаны, ғөмүмән, ҡаланың үҙәк урамдары уйында бар ине. Яңы урамдар менән бергә егеттәр уларҙы ла яңыртып бара.Илдә генә түгел, ә донъя кимәлендә уйында тура күсермәһе булған, уның һәр урамы аша үтергә, йорттарына инеп йөрөргә мөмкин ҡала берәү генә – ул Өфө ҡалаһы. Уйын-ҡалала эшкә урынлашырға, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, йә иһә башҡа ҡалаларҙан, сит илдән инеп, тик сәйәхәт итеп кенә йөрөп була.