Учалы ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә Нива водителе йәрәхәтләнгән.
Ул урамдар киҫелешендә ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының ауыр машинаһын үткәрмәгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль автоцистернаның аҫтында ҡала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Нива водителе йәрәхәттәр алған. Еңел машинаның капоты йәмшәйгән, быялалары ватылған.