Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр

Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр

Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр.

8 бала тәрбиәләгән ата-әсәй хәҙер нимә эшләргә белмәй. Әйткәндәй, кескәй сабыйҙарын яңыраҡ ҡына инвалид тип танығандар. Ә барыһы ла закон буйынса, авариялы йортта күпме квадрат метр бар, яңы фатирҙа ла шунсама бирелә. Кем ҡайҙа һәм нисек йоҡлай? Сөнки, Вольф ғаиләһе ағзаларына һайларға мөмкинлек юҡ, уңайлы карауатҡа ятып өлгөрәһең, йә урынһыҙ ҡалаһың. Юлия һәм Сергей 8 бала тәрбиәләй, улар менән ҡуша ике бүлмәле фатирҙа, өлкән ҡыҙы, уның ире һәм ейәнсәре йәшәй. Бынан тыш, олатай-өләсәйҙәре бар. Ғаиләнең үҙ торлағы бар. Тик, 12 квадрат метрлы бүлмәлә улар бөтөнләй һыймай. Бынан тыш, йорт авариялы тип танылған. Шуға күрә, ғаилә ата-әсәһе йәшәгән 40 квадрат метрлы фатирға күсергә ҡарар иткән. Тап ошо өйҙә Вольф ғаиләһе йәшәгән. Йорт авариялы тап танылғас, уларҙы Шашҡа биҫтәһендә урынлашҡан 12 квадрат метрлы бүлмәгә күсергәндәр. Сөнки, бында ла шунсама майҙан була. Тик унда ла, бында ла йәшәргә шарттар юҡ. Яңы йортҡа күскәс күп балалы ғаилә бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителер тип ышана. Тик, хыял тормошҡа ашмай. Ҡатын билдәләүенсә, авариялы торлаҡтан күсереүсе хеҙмәт уларға бәләкәй бүлмә тәҡдим итә. Етәкселәр уларҙың күп балалы ғаилә булыуын иҫәпкә алыр тип өмөтләнә ата-әсә. Өфө хакимиәтендә иһә ҡанунға һылтаналар. Сөнки, авариялы торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы, иҫке фатирҙа күпме квадрат метр булған, шунсама бирелә. Хакимиәт ҙурыраҡ торлаҡ бирә алмай. Әммә, күп балалы ғаилә йәшәү шарттарын башҡа юл менән яҡшырта ала. Күп балалы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса республика программаһында тора. Уға ярашлы, сират ҡасан килеп етер һәм ғаилә фатир алыр — бер кем дә әйтә алмай. Шуға ла Вольфтар хакимиәттәр был мәсьәләгә иғтибар итер, тип өмөтләнә.