2017 йылдан банктар кредитты бармаҡ эҙҙәренең күсермәһе буйынса ғына бирә башлаясаҡ.
Белгестәр фекеренсә, был бөгөн бик ваҡытлы сара. Тәүҙә яңы технология һынау үтергә тейеш. Быға тиклем банк хеҙмәттәре менән файҙаланғандарҙың биометрик мәғлүмәттәр базаһы булдырылып ул федераль һаҡ хеҙмәтендә тикшереләсәк. Бармаҡ эҙе күсермәһен файҙаланыу электрон банк хеҙмәттәре менән файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек кимәлен арттырасаҡ тигән фекерҙә белгестәр.