Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта.
Республика биләмәһендә атмосфера баҫымы күтәрелә һәм «әбейҙәр сыуағы» башлана. Һауа температураһы көндөҙ 17-22 градусҡаса етә. Синоптиктар яуым-төшөм аҙ буласаҡ тип вәғәҙәләй. Быйыл «әбейҙәр сыуағы» тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр итәләр синоптиктар. Былтыр сентябрь айы эҫе булды, һауа температураһы 30 градусҡа етте.