Яҡшы һөҙөмтә

Яҡшы һөҙөмтә

Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумдан Башҡортостан делегацияһы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты. Был турала респубоика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов.Тамамланған аҙна йомғаҡтарын барлау – оператив кәңәшмәнең нығынған йолаһы. Үткән 7 көнлөктөң эшлекле көндәлеген Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы билдәләне. Башҡортостан менән төнъяҡ башҡалала 5 меңдән ашыу кеше танышыу мөмкинлегенән файҙаланған. Тап шунса ҡунаҡ Республика экспозицияһын ҡараған. Дөйөм фекер буйынса беҙҙең стенд иң яҡшыһы булды тине Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров. Башҡортостан делегацияһы форумдан яҡшы һөҙөмтә менән дә ҡайтты – Инвестиция климаты буйынса милли рейтингта республика беренсе тапҡыр 4-се баҫҡысҡа күтәрелде. Ни бары 5 йыл элек беҙҙең төбәк 16 урында ине. Бындай ҡаҙаныштарҙы беҙ ҙур проекттар менән раҫлай алабыҙ.Үткән аҙналағынан... Андрей Назаров Донбассҡа эш сәфәренә туҡталды. Башҡортостан төҙөүселәре унда күләмле эштәр алып бара. Мариуполдә 26 объект төҙөкләндерелгән. Красный луч ҡалаһында 57 объект буйынса эштәр бара. Социаль инфраструктура торошо бер ниндәй тәнҡиткә лә бирелерлек түгел тине Андрей Назаров.Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә юлдағы соҡорҙарҙы ямау һәм юл һыҙаттарын буяу эштәрен тамамлау мәсьәләһе сығарылды. Яуаплы министирлыҡ муниципаль кимәлдәге юлдар торошо менән танышҡан, эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш ине, әммә бөтә райондар ҙа уны тейешле кимәлдә ойоштормаған. Муниципалитеттарға июндең 30-на тиклем ваҡыт бирелде. Радий Хәбиров бойороғо буйынса Туризм министрлығы Ғафури районының Таш-Аҫты ҡасабаһы янында ял итеүселәр өсөн инфраструктураны үҫтереү проектын тәҡдим итте. Миҙгеленә 25-30 мең кеше үткән туристик нөктәгә күптән иғтибар кәрәк ине тиелде докладта. 7 тажлы ҡурай рәүешендә 7 тирмәне берләштергән “Башҡортостан йөрәге” комплексы ла бөгөн хужаһыҙ тиерлек. Уны тәртипкә килтереү, артабан үҫтереү өсөн инвестор йәлеп итеү өҫтәндә эш алып барыла.Ағымдағы һәм алдағы аҙналарҙың төп ваҡиғаһы Рәсәй-Белорусь төбәктәре форумына әҙерлек менән Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге минситры Маргарита Болычева таныштырҙы. Юбилейлы 10-сы форум 26 июндән 28-нә тиклем Өфөлә үтә. Ошо сәбәптән баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә бер нисә урамда транспорт хәрәкәте сикләнгән. Андрей Назаров тығындарҙы кәметеү сараһын күрергә ҡушты.Форум көндәрендә баш ҡала үҙәген мөмкин тиклем бушатыу маҡсатында киләһе шаршамбы бюджет ойошмаларында ял иғлан итергә, уның урынына шәмбе, 24 июндә эшләргә тигән тәҡдим булды. Рәсәй-Белорусия төбәктәре форумы Башҡортостан өсөн эшлекле календарҙағы төп сараларҙың береһе. Унда Рәсәйҙең 25, Белоруссияның 7 төбәгенән етәкселәр ҡатнашасағын белдергән. Барлығы 100 килешеүгә ҡул ҡуйылыр тип көтөлә, шул иҫәптән 25 килешеү Башҡортостандан. Ҡунаҡтар һаны 3 меңгә етер тип күҙаллана, унда форум вәкилдәре генә түгел баш ҡала халҡына ла бай программа әҙерләнә. Төрлө күргәҙмә, тамашалар менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.