Өфөлә йәнә йорттар араһындағы айырым төҙөлөш буйынса ғауға ҡубырға тора. Мәҙәни мираҫ объекты булған Сахаров йорттары хужаһы үҙ бинаһына төкәтеп күп ҡатлы йорт һалырға ниәтләй. Бындай ҡарар урындағы халыҡҡа тынғы бирмәй, улар төҙөлөшкә ҡырҡа ҡаршы тора. Тулыраҡ сираттағы сюжетта.Был яңылыҡтан һуң Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәшәүсе халыҡ йән тыныслығын юғалтҡан. Улаҙың ҡәҙимге тыныс тормошон күләмле төҙөлөш боҙоуы ихтимал. Сахаров телеграфы бинаһы эргәһендә күп ҡатлы йорт күтәрергә ниәтләйҙәр. Был пландар урындағы халыҡтың асыуын килтерҙе.Урындағы халыҡ үҙ именлеге өсөн дә борсола. Күләмле төҙөлөштө эргә-тирәләге иҫке йорттар күтәрә алмаҫ, тигән фекерҙә улар. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре йортта йәшәүселәрҙең әүҙем төркөмө менән осрашыу ҙа ойошторҙо. Әммә кешеләр буш вәғәҙәләргә ышанырға теләмәй. Унан тыш, битараф булмағандарҙы мәҙәни мираҫ объектының киләсәге лә борсой. Төҙөлөш эштәренән Сахаров телеграфы нигеҙе ярылыуы ихтимал, тип иҫәпләй улар. Бинаның хужаһы менән осрашып булманы. Беҙҙең менән уның ярҙамсылары аралашты. Проектлаусылар урындағы халыҡтың хәүефләнеүе – нигеҙһеҙ, ти. Ҡала хакимиәтенең рәсми яуабында иһә йорт төҙөүгә рөхсәт итеүсе документтарҙың бирелмәүе теркәлгән. Йорт һалыусыға эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙең әүҙем төркөмө менән осрашыу ойошторорға кәңәш ителә. Аксаков урамындағы 60-сы йорт ихатаһында капиталь төҙөлөш объектын төҙөүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелмәгән. Рөхсәт һорап килеүселәр ҙә быға тиклем мөрәжәғәт итмәгән. Әммә баш ҡала властарының был яуабы урындағы халыҡты тынысландырмаған. Кешеләр әйтеүенсә, йорт һалыусыларҙың тел төбөнән яңы күп ҡатлы йорттоң төҙөлөүендә шик юҡ. Ул бары тип ваҡыт эше. Прооектаусылар иһә яңы төҙөлөштөң ыңғай яҡтарын билдәләй. Йорттоң беренсе ҡаты 45 балаға тәғәйен балалар баҡсаһына биреләсәк. Сахаров йорто 80 уҡыусылыҡ шәхси мәҡтәпкә үҙгәртеп ҡороласаҡ. Әммә урындағы халыҡ быға ҡарата үҙ фекерен күптән әйтте.
Йортта йәшәүселәр төҙөлөшкә ҡаршы
Йортта йәшәүселәр төҙөлөшкә ҡаршы