Александр Достовалов батальонының бер төркөм егеттәре ялдан һуң кире хәрби хеҙмәткә юлланды. Оҙатыу тантанаһы һәр ваҡыттағыса совет майҙанында үтте. Башҡортостан Хакимиәте Башлығы Максим Забелин хәрбиҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, имен- һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләне. Хәрби хеҙмәтен үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бер төркөм егеттәргә Шайморатов миҙалдары тапшырҙы. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр тыуған яҡтарында 14 көн ял итә алды. Улар махсус хәрби операция биләмәләрендә 9 ай хеҙмәт иткән. Хәрбиҙәр үҙҙәре менән яу яланында бик кәрәкле маскировкалау селтәрҙәре алып китте. Уларҙы бөтә йөрәк йылыһын һалып Өфө ирекмәндәре һәм битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар үргән.
Яуға, дошманды ҡырырға
Яуға, дошманды ҡырырға