Берҙәм дәүләт имтихандарының яҡынса һөҙөмтәләр мәғлүм булды

Берҙәм дәүләт имтихандарының яҡынса һөҙөмтәләр мәғлүм булды

Әлегә Башҡортостанда сығарылыш уҡыусыларының 70 эше 100 баллға баһаланған. Тестар буйынса уртаса һөҙөмтәләрҙе ҡарағанда Башҡортостан уҡыусылары Дөйөм Рәсәйҙәге һандарға ҡарағанда юғарыраҡ балл йыйған. Улар араһында рус теле, профилле һәм база кимәлендәге математика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү. Төп имтихандарҙы 100 балған тапшырған уҡыусылар менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.Хризантемалар — үтә ябай, ал розалар килешмәҫ — романтика билгеһе, былары үтә сағыу... Һайлауы еңел түгел, бигерәк тә сәскәләрҙе. Егеттәр оҙаҡ ҡына барлағандан һуң сирен төҫтәге гөлләмәлә туҡталды. Математика уҡытыусыһының ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк биргәнен иҫтә тотоп, әлбиттә. Маргарита Аграфовна дәрестә, башлыса фән нигеҙҙәре, теүәл һандар хаҡында һөйләһә лә, сәскәләргә битараф түгел. Егеттәрҙең уҡытыусыһы менән бер аҙ һуңғараҡ танышырбыҙ. Ә Берҙәм дәүләт имтихандарының яҡынса һөҙөмтәләре ошо көндәрҙә мәғлүм булды. Тестар буйынса уртаса һөҙөмтәләрҙе алғанда Башҡортостан уҡыусыларыныҡы Дөйөм Рәсәйҙәге һандарға ҡарағанда юғарыраҡ булып сыҡты. Улар араһында рус теле, профилле һәм база кимәлендәге математика һәм химия.11 йыл буйы әҙерлек һөҙөмтәһе – имтихандарҙа 100 балл йыйыу. Был бәхеткә барыһы ла ирешә алмай. Кемгәлер тулҡынланыу ҡамасаулай, кемдер ваҡытын дөрөҫ бүлмәй, ҡайҙалыр белем кимәле аҡһай. Ә бына Әлшәйҙән Мария Кутьёнкова ике фәндән 100 балл алған. Рус теле һәм химиянан. Бөтә фәндәрҙән дә һөҙөмтәләр әҙер түгел, әммә республикала иң күп 100 баллылар рус теленән. Буласаҡ 24 абитуриент иң юғары бал йыйған. Фәндәр батшаһы булған математиканан республикала бары 2 кешелә генә 100 балл. Икеһе лә Өфөнөң 93-сө лицейында уҡый. Петр Бадоля һәм Андрей Шикалов менән сюжет башында аралашҡайныҡ. Уларҙың уҡытыусылары ла берәү.Маргарита Яксинаның классындағы уҡыусыларҙың уртаса баллы 83. Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған юғары баллы сығарылыш уҡыусыларының 8 проценты ла уныҡы, тип билдәләйҙәр лицейҙа. Әлегә республикала 70 берҙәм дәүләт имтиханы эше 100 баллға баһаланған. Шулар араһында 2 уҡыусы икешәр фәндән иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Киләһе аҙнала биология һәм сит телдәрҙән һөҙөмтәләр аталасаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарының тулы нәтижәһе 15 июль тирәһендә билдәле булыр. Әлегә сыҙарылыш уҡыусыларына имтихан тапшырыу өсөн өҫтәлмә ваҡыт бирелә.