Театр миҙгелен яба

Театр миҙгелен яба

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сираттағы, 103-с ижад миҙгелен йомғаҡлай. Республиканың төп ижади коллективтарының береһе өсөн театраль йыл иң уңышлы осорҙарҙың береһе. Сәхнәлә 7 премьера спектакле тәҡдим ителгән. Театр үҙ алдындағы бөтә маҡсаттарға ла ирешкән. Рәсәй ҡалалары Башҡортостан буйлап гастролдәр, репертуарҙы яңыртыу, тамашасылар һанын арттырыуҙа уңыштар бихисап. Башҡорт дәүләт драма театрында өлкәндәр генә түгел, ә үҫмерҙәр, балалар өсөн спектаклдәр ҡуйыла. Ижади колелктивты быйыл Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы менән Татарстанда көтәләр. Театр директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, 104-се миҙгел туруппаға ла, тамашасыларға ла иҫтәлекле булырға тейеш.