Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе юридик шәхес хоҡуғы аласаҡ.
Бөгөн ойошма ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ, унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды, яңы етәкселек һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Ойошма рәйесе итеп Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һайланды. Шулай уҡ, беренсе тапҡыр урынбаҫарҙар тәғәйенләнде. Бынан тыш, ултырышта, попечитель советы һәм совет билдәләнде. Йәмғиәт ағзалары киләсәккә эштәр планы, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү, төрлө сараларҙы уҙғарыу, уларҙы финанслау мәсьәләләренә лә туҡталды.