Өфөлә симфоник музыка марафоны үтте.
Унда Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһенең оркестрҙары ҡатнашты. Асыҡ һауалағы концертта донъя композиторҙарының иң яҡшы әҫәрҙәре яңғыраны. Симоник музыка марафоны Башҡортостанда 2014-се йылдан үткәрелә башланы. Киләһе йылына инде проектта ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә артты. Донъя композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәре менән бер рәттән кисәлә башҡорт, татар композиторҙарының да композициялары яңғыраны.