29 июнь - "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының тыуған көнө

29 июнь - "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының тыуған көнө

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы Армия корпусының төп көстәренең береһе буласаҡ. Ике мең ярым һалдаттан торған ирекле формирование тулыланып бөттө. 29 июнь көнөн полктың тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин. Тап ошо көндә Республика Башлығы подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы.

Уҡыуҙа ауыр булһа ла, яуҙа еңел... Яраланыусыларҙың күбеһен ҡан юғалтыу сәбәпле ҡотҡарып булмай ти хәрби тәжрибәһе булған яугирҙәр. Шуға ла белемле табиптарҙың һалдаттар менән бер сафта әҙерлек үтеүе осраҡлы

Яҡташлыҡ, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ рухы көслө бында. Тап ошо хистәр хәрби хеҙмәттә бөтөнләй булмаған табипты контракт төҙөргә этәрә. “Кот” тигән ҡушамат алып ул бөгөн тәжрибәле һалдаттар менән бер рәттә.

Тыныс тормошта уларҙың күптәре фельдшер, шәфҡәт туташы булып эшләһә, бында хәрби шарттарҙа яралыларҙы ҡотҡарыу тактикаһын нығыта, алғы һыҙыҡта алышҡан яугирҙәргә беренсе ярҙам серҙәрен өйрәтә.

Полигонда шартлау, автомат рәттәре тынмай. Үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан яугирҙәребеҙ көн дә хәрби оҫталығын шымарта. Ҡоралдың төрлөһө бар, һәр кем үҙенең мөмкинлектәренән һәм һәләтенән сығып пулеметҡа йә артиллерия ҡоролмаһы артына баҫа, күпселек ҡулына “Калаш” алып дошман позицияларын штурмлау серҙәренә өйрәнә.

Һәр йүнәлеш буйынса күнекмәләрҙе махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан тәжрибәле инструкторҙар алып бара. Заманса хәрби бәрелештәрҙең күҙе һәм төп ярҙамсыһы ул, әлбиттә пилотһыҙ осоусы апараттар. Һәр подразделениела уның менән идара итеүсе операторҙарҙы әҙерләүсе инструкторҙар эшләй.

“Сенсей” ҡушаматлы запастағы офицер тәүге көндән үк хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп ғариза яҙа. Әммә йәше өлкән булғанлыҡтан уны алмайҙар. Быйыл йәш сикләүе арттырылғас та ул Таһир Күсимов исемендәге батальонға ҡушыла. Тәжрибә офицер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә батальонды бер йоҙроҡҡа туплай ала.

Әҙерлектең юғары кимәлдә үтеүен Республика Башлығы шәхсән баһаланы. Радий Хәбиров күнекмәләр барышын күҙәтеп яугирҙәр менән аралашты. Үҙе лә хәрби хеҙмәттә алған тәжрибәһен хәтергә төшөрҙө.

Шәхси состав көн һайын 10 сәғәт яланда ысын хәрби хәрәкәттәргә әҙерләнә.

Хәрби әҙерлек урынында яугирҙарҙың көнкүрешен яйға һалыу өсөн күп эштәр башҡарылған. Республика башлығы башланғысы менән палатка лагеры янында душ бүлмәләре һәм башҡа уңайлыҡтар ҡуйылған.

Радий Хәбиров егеттәрҙең көнкүреше, борсоған мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Хәрби дисциплина, ә бәлки тыйнаҡлыҡтыр. Зарланыусы юҡ, бөтә шарттар бар тип яуап ҡайтара хәрбиҙәр. Яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен борсоған һорауҙарҙы ентекләп асыҡлау һәм ярҙам итеү маҡсатынан Республика Башлығы хакимиәтенән вәкилдәр килгәйне.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса хәрби чәстә күсмә медицина комплексы ла эшләй. Ике аҙна эсендә меңдән ашыу егет диспансеризация үткән. Араларында йөрәк сирҙәре, яман сир асыҡланған осраҡтар ҙа бар.

Башҡортостан егет-ҡыҙҙарының хәрби әҙерлек барышы менән танышҡандан һуң Радий Фәрит улы журналистар менән аралашты. Шәхси тәьҫораттары хаҡында һорауға ул ҡыҫҡа һәм ябай яуап ҡайтарҙы. Дөйөм алғанда Республика Башлығы полктың көнкүреше һәм хәрби әҙерлеге менән ҡәнәғәт ҡалды. 29 июнь “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының тыуған көнө булараҡ тарихта ҡаласаҡ. Был көндө Республика Башлығы полк командирына формированиеның хәрби байрағын тапшырҙы.

Үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан яугирҙәр алдында сығыш яһап Радий Хәбиров тағы берҙе оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ошо көндән полк тулыһынса формалашыуы хаҡында иғлан итте.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәрби йылъяҙмаһында яңы биттәр асҡан дәүер батырҙары мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ.

Данлыҡты 112-се башҡорт атлы каваленрия дивизияһы байрағына оҡшатып эшләнгән ҡыҙыл еләм аҫтында “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яҡынса ике аҙнанан махсус хәрби операцияға юлланасаҡ.